Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы
Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы (31 ғинуар 1910 йыл — 26 февраль 1939 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре. 1931—1936 йылдарҙа РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1936—1938 йылдарҙа РКСМ Үҙәк Комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире, Үҙәк Комитет секретары. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы Тимерғәлина 1910 йылдың 31 ғинуарында Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡәнзәфәр ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].
1929 йыл — Өфөләге В. И. Ленин исемендәге мәктәпте тамамлаған[2].
Башҡортостан өлкә йәш пионерҙар бюроһы рәйесе урынбаҫары, рәйесе (1929—1931).
РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1931—1936), РКСМ Үҙәк Комитетының уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире урынбаҫары һәм мөдире.
1934 йылда Парижда Һуғышҡа ҡаршы ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнаша.
1936 йылдан Мәскәүҙә РКСМ Үҙәк Комитетында уҡыусы йәштәр бүлеге мөдире, ә 1937 йылдан йәш ҡатын-ҡыҙҙар араһында эштәр буйынса секретарь вазифаларын үтәй. «Детиздат» нәшриәтендә милли әҙәбиәт секторын мөхәррире булып эшләй[1].
1937 йылдың декабрендә СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1938 йылдың 29 ноябрендә ҡулға алына, контрреволюцион буржуаз-милли ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә һәм 1939 йылдың 26 февралендә атыла. 1956 йылдың 21 июлендә аҡлана[1].
Хәтер
- Тыуған ауылы Ҡәнзәфәрҙә Шәрифә Тимерғәлинаға һәйкәл ҡуйылған, район үҙәге Ҡоншаҡ ауылында уның исеме бер урамға бирелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Тимиргалина Шарифа Тимиргазиевна // Москва, расстрельные списки - Донской крематорий.
- ↑ Выпускница 1929 года Шарифа Тимергалина
Әҙәбиәт
- Иргалин Г. Д. Вожак комсомола.//Возвращенные имена. Уфа:1991 г.
Һылтанмалар
- Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Михаил Хабиров — История Кунашакского района хранит немало ярких имен земляков. Вечерний Челябинск, 21 Сентября 2015
- Юрий Узиков — Краеведческий калейдоскоп, «Бельские просторы» № 3’08
- http://guides.rusarchives.ru/browse/guidebook.html?bid=408&sid=1249916 2014 йылдың 3 сентябрь көнөндә архивланған.
- Минигалей Якупов. «Мы — ленинцы».