Тойғонов Далха Солтанморат улы

Тойғонов Далха Солтанморат улы (рус. Туйгунов Далха Султанмуратович (Султанович) (1912 йыл (башҡа сығанаҡта 1907 йыл[1]) — 1 февраль 1945) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия өлкән cержанты[2]. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Чернигов гвардия) дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының разведка взводы старшинаһы, 3-се эскадрон отделениеһы командиры. III (1943) һәм II дәрәжә (1945) Дан ордендары[3][4] кавалеры.

Биографияһы

Далха Солтанморат улы Тойғонов 1912 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Ислам (башҡа сығанаҡта Йомаш[1]) ауылында) тыуған[2]. 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан һуғышҡа алына. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се полкында (16-сы гвардия дивизияһы) бик мөһим хәрби вазифалар биләп, тиңһеҙ батырлыҡ өлгөләрен күрһәтә һәм юғары хәрби ордендарына лайыҡ була. 1945 йылдың 1 февралендә разведчик Далха Тойғонов Германияла һәләк була һәм Бранденбург провинцияһы Одуртайль ауылында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • III-сө дәрәжә Дан ордены (1943)
  • II-се дәрәжә Дан ордены (1945)

Һылтанмалар