Тульчын
Тульчын (укр. Тульчин) — Украинаның Винница өлкәһендәге ҡала, Тульчын районының административ үҙәге.
2018 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала 15 051 кеше йәшәй.
Билдәле шәхестәре
- Балабан Аншель Львович (4.10.1909—13.11.1979), төҙөүсе-инженер, йәмәғәтсе. 1956—1972 йылдарҙа Өфөләге 3‑сө төҙөлөш тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ы Автомотоспорт федерацияһының тәүге рәйесе (1960—1971). РСФСР‑ҙың (1970) һәм Башҡорт АССР-ының (1965) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Мотоспорт буйынса Бөтә Союз категориялы судья (1959), Халыҡ-ара мотоцикл спорты федерацияһының халыҡ-ара хронометрисы (1970). Ленин (1958), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.