Балабан Аншель Львович

Балабан Аншель Львович (4 октябрь 1909 йыл13 ноябрь 1979 йыл) — инженер, төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1956—1972 йылдарҙа Өфөләге 3‑сө төҙөлөш тресы идарасыһы. Башҡорт АССР-ы Автомотоспорт федерацияһының тәүге рәйесе (1960—1971). РСФСР‑ҙың (1970) һәм Башҡорт АССР-ының (1965) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Мотоспорт буйынса Бөтә Союз категориялы судья (1959), Халыҡ-ара мотоцикл спорты федерацияһының халыҡ-ара хронометрисы (1970). Ленин (1958), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Аншель Львович Балабан 1909 йылдың 4 октябрендә Подольск губернаһының[1] Тульчын ҡалаһында тыуған[2].

Юғары белемле: 1935 йылда Харьков автомобиль юлдары институтын тамамлаған[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Одесса ҡалаһында башлай — 1930 йылға тиклем ундағы заводтарҙың береһендә штамповкалаусы. Артабан Харьков ҡалаһына күсенә һәм эске эштәр органдарының урам хәрәкәтен көйләү бүлегенә инспектор булып эшкә инә. Бер үк ваҡытта Харьков автомобиль юлдары институтында уҡый. Мотоспорт менән мауыға башлауы нәҡ ошо осорға тура килә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

РСФСР‑ҙың тҡаҙанған төҙөүсеһе (1970)
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1965)
• Ленин ордены (1958)
• ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1966)
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)

Хәтер

• Өфө ҡалаһындағы Аншель Балабан йәшәгән йортҡа 2003 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар