Тәбиғәт зонаһы
Тәбиғәт зонаһы (грек. ζώνη — «билбау»), физик-географик зона — Ерҙең географик ҡабығының һәм географик билбауҙың үҙенә генә хас тәбиғи компоненттары һәм процестары булған өлөшө. Улар — климат, рельеф, гидрологик һәм геохимик шарттар, шулай уҡ тупраҡ, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы. Климатик шарттар (температура, дымланыу, йыл миҙгелдәре цикллылығы) төп билдәләүсе факторҙар булып тора.
Тәбиғи зоналар үҙҙәренә хас үҫемлек тибы буйынса атала — был уларҙың иң билдәле географик үҙенсәлеге. Зоналарҙың алмашыныуы экваторҙан географик ҡотоптарға һәм океандарҙан континенттарҙың төпкөлдәренә ҡарай законлы рәүештә үҙгәрә бара. Тәбиғәт зоналарры — физик-географик районлаштырыуҙың бер баҫҡысы[1][2].
Тарихы
Тәбиғи зоналарҙы өйрәнеүҙе натуралист һәм сәйәхәтсе А. Гумбольдт 1807 йылда башлаған.[3].
Тәбиғәт зоналары тураһындағы тәғлимәтте В. В. Докучаев 1899 йылда эшләп сығарған.[4]
Карталар
Тәбиғәт зоналары ҡоро ерҙә һәм океанда сағыла, әммә океанда ул һиҙелмәй. Зоналар эсендә өҫтөнлөк иткән ландшафт тибы буйынса физик-географик аҫзоналарға бүленә.
Тәбиғәт зоналарының күпселеге традиция буйынса ландшафттың иң мөһим үҙенсәлектәрен сағылдырған үҫемлек тибы буйынса атала (мәҫәлән, урман зоналары, дала зоналары, саванна зоналары).[5]
Тәбиғи зоналар йыш ҡына киңлек зонаһы йәки субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған була (мәҫәлән, Евразияла). Әммә орография йоғонтоһо аҫтында уларҙың һуҙылыуы меридиан йәки субмеридиан йүнәлешенә күсеүе мөмкин (мәҫәлән, АҠШ һәм Канадала Ҡаялы тауҙар итәгендә уртаса бүлкәттең дала зонаһының субмеридианлы урынлашыуы). Бейеклектәр зоналығы хас булған тауҙарҙа тәбиғи зоналарҙың аналогы итеп бейеклек билбауҙары хеҙмәт итә.
| Шартлы билдәләр | ||||
|---|---|---|---|---|
| Арктик сүллек Тундра Тайга Ҡатнаш урман, япраҡлы урман | Урман-дала, дала Муссонлы һәм мәңге йәшел субтропик урман Ҡаты япраҡлы йәй ҡоро субтропик урман Муссонлы тропик урман | Ҡоро сүллек Ярымсүллек Ҡоро дала Ярымҡоро сүллек | Үләнле саванна Ағасты саванна Ҡоро тропик урман Еүеш тропик урман | Альп тундраһы Тау урманы |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Зоны физико-географические — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ ПРИРОДНЫЕ ПОЯСА И ЗОНЫ. Лесная энциклопедия / Гл. редактор Г. И. Воробьёв. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — Т. 2. — 631 с. — 100 000 экз.
- ↑ Гумбольдт А. Эссе о географии растений. 1807.
- ↑ Докучаев В. В. К учению о зонах природы: Горизонтальные и вертикальные почвенные зоны. СПб.: тип. СПб. градоначальства, 1899. 28 с.
- ↑ Зоны географические // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
Әҙәбиәт
- В. В. Пасечник, А. А. Каменский, Г. Г. Швецов, З. Г. Гапонюк. родителей/электронные учебники/9кл. Пасечник, Касенский Биология (Линия жизни).pdf Биология. 9 класс : учеб. для общеобразоват. организаций: издание в pdf-формате / В. В. Пасечник. — Москва: Просвещение, 2018.
- В. С. Рохлов, С. Б. Трофимов, А. В. Теремов. Биология. 9-й класс: учебник: издание в pdf-формате. — Москва: Просвещение, 2022.
- В. В. Пасечник и др. Биология. 10 класс : учеб. для общеобразоват. организаций : углубл. уровень / В. В. Пасечник. — М.: Просвещение, 2019.
- В. В. Пасечник и др. Биология. 11 класс: учеб. для общеобразоват. организаций: углубл. уровень / В. В. Пасечник. — М.: Просвещение, 2019.
- А. В. Теремов, Р. А. Петросова. Биология. Биологические системы и процессы: учебное пособие для общеобразовательных организаций (углублённый уровень). В 2 ч. Ч. 1. — М.: Мнемозина, 2018.
- А. В. Теремов, Р. А. Петросова. Биология. Биологические системы и процессы: учебное пособие для общеобразовательных организаций (углублённый уровень). В 2 ч. Ч. 2. — М.: Мнемозина, 2018.