Тайга
Тайга (рус. Тайга) — ылыҫлы урмандар өҫтөнлөк иткән биом, башлыса шыршы, аҡ шыршы, ҡарағай һәм ҡарағайҙың бореаль төрҙәренән барлыҡҡа килә. «Тайга» — шулай уҡ төньяҡ уртаса бүлкәттең географик зоналарының береһе[1]. Арктиканан ситтә (Төньяҡ Америка) тайганы «төньяҡ урман» йәки «ҡарлы урман» тип атайҙар.
Термин тарихы
Тәүге тапҡыр «тайга» төшөнсәһенә 1898 йылда Рәсәй ботаники П. Н. Крылов ентекле анализлай, тайганы ҡара ылыҫлы бореаль йомоҡ урман тип билдәләй[2]. Э. М. Мурзаев боронғо төрки сығышлы булыуы тураһында яҙа Фасмера]].</ref> к понятию «горная местность», что в свою очередь свидетельствует о его древнетюркском происхождении[3].
Тайганың урынлашыуы
Тайга уртаса дымлы географик зонала урынлашҡан. Унда ылыҫлы ағастар киң таралған. Тайга өсөн һаҙлыҡтар хас, улар Төньяҡ Себерҙе һәм Канаданың материк өлөшөн ҡаплаған.
Тайга — донъяла иң ҙур ҡоро ер биомы, майҙаны 15 миллион км² тәшкил итә. Ул — майҙаны буйынса Рәсәйҙә иң ҙур ландшафт зонаһы. Уның киңлеге Европа өлөшөндә 800 км, ә Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙә 2150 км тәшкил итә. Рәсәйҙең тайга зоналары боҙлоҡтар барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк формалаша башлай.
Европала тайга урмандары бөтә Скандинавия ярымутрауын һәм Финляндияны биләй. Рәсәйҙә тайганың көньяҡ сиге яҡынса Псков, Ярославль, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Томск, Чита, Амурҙағы Комсомольск һәм Алыҫ Көнсығыштағы урта Сихотэ-Алинь[1] ашаүтә[4], унда уны ҡатнаш урмандар алмаштыра. Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙең, Алыҫ Көнсығыштың күпселек өлөшө, Төньяҡ һәм Урта Уралдың, Алтай, Саян, Байкал буйы, Төньяҡ Сихотэ-Алин, Төньяҡ Оло Хингандың тау массивтары тайга урмандары менән ҡапланған.
Тайганы һаҡлау
Евразия тайгаһын, башлыса Себер тайгаһы массивтарын, «планетаның йәшел үпкәһе» тип атайҙар (тропик ямғыр урмандары менән оҡшаш).
Төньяҡ Америкала һәм Евразияла тайганың типик һәм уникаль тәбиғәт ландшафтын һаҡлау һәм өйрәнеү өсөн бер нисә ҡурсаулыҡ һәм милли парк булдырылған, шул иҫәптән Вуд-Баффало, Баргузин ҡурсаулығы һәм башҡалар.
Тайгала сәнәғәт ағас запастары тупланған, файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары (күмер, нефть, газ һ. б.) табылған һәм үҙләштерелә.
Халыҡтың традицион шөғөлдәре — ҡиммәтле йәнлектәргә һунар итеү, дарыу үләне, ҡырағай үҫкән емеш-еләк, сәтләүек, еләк һәм бәшмәк йыйыу, балыҡсылыҡ, урман кәсебе(ағас сығарыу һәм эшкәртеү), малсылыҡ.
Иҫкәрмәләр
- ↑ [ Тайга (хвойные леса)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Ермаков Н. Б. Разнообразие бореальной растительности Северной Азии. Гемибореальные леса. Классификация и ординация. — Новосибирск: Изд-во СО РАН, 2003. — C. 9—232.
- ↑ Мурзаев Э. М. Тюркские географические названия / Баскаков Н. А.. — Москва : Восточная литература РАН, 1996. — С. 149. — 254 с. — 500 экз. — ISBN 5-02-016806-8.
- ↑ Исаченко А. Г. Экологический атлас России: карта ландшафтов (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2013. Архивировано 6 июнь 2013 года.
Әҙәбиәт
- Александрова В. Д., Юрковская Т. К. (ред.) Геоботаническое районирование Нечерноземья европейской части РСФСР. — Л.: Наука, 1989. — 64 с.
- Змитрович И. В. Средняя тайга Карельского перешейка: зональные, интразональные и экстразональные явления. — Вестник экологии, лесоведения и ландшафтоведения. — 2011. — № 12. — С. 54—76.
- Крылов И. П. Тайга с естественно-исторической точки зрения. — Научные очерки Томского края. — 1898. — С. 1—15.
- Крылов И. П. К вопросу о фитогеографическом районировании. — Томск: Известия ТГУ, 1925. — Т. 75. — С. 232—239.
- Пармузин Ю. П. Тайга СССР. — М.: Мысль, 1985. — 303 c.
- Пьявченко Н. И. Торфяные болота, их природное и хозяйственное значение. — М.: Наука, 1985. — 152 с.
Һылтанмалар
- Животный мир: Животные тайги. Обитатели северных лесов
- Растительный мир: Растения тайги