Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы
Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы (7 март 1931 йыл — 9 ноябрь 2016 йыл) — партия, дәүләт һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1960—1963 йылдарҙа — беренсе секретары; 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1969 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 198—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), ике «Почёт Билдәһе» (1960, 1967) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина 1931 йылдың 7 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған. Өфөнөң 3-сө урта мәктәбендә уҡый.
1953 йылда Харьков педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай. 1953 йылдан Украина ССР-ы Одесса өлкәһе Первомайск ҡалаһы урта мәктәбендә уҡыта.
1954 йылдан Өфөнөң 20‑се урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1955 йылдан ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары. 1960—1963 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары [1].
1965 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.
1965—1969 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры.
1969 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй. 1981—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 6—10‑сы саҡырылыш депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1960, 1967)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ В Уфе ушла из жизни общественно-политический деятель, бывший министр культуры Клара Тухватуллина. Башинформ (9 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2018.
Һылтанмалар
- Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 март 2021)