Ураҙғолов Тимерғәле Рәлис улы

Тимерғәле Рәлис улы Ураҙғолов (рус. Тимергали Ралисович Уразгулов; 1988 йылдың 8 октябре, Өфө) — Рәсәй шәхси эшҡыуары, ирекмән, сәйәсмән. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].

Биографияһы

1988 йылдың 8 октябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Өфө ҡалаһында журналист һәм прозаик Рәлис Ураҙғолов ғаиләһендә тыуған[1].

Урта мәктәпте Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тамамлай һәм 2005 йылдан Өфө авиация техникумында «радиоэлектрон техниканы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү» һөнәре буйынса уҡый[2].

2009—2010 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә[1]. Армиянан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын шәхси эшҡыуар булып башлай.

2021 йылда Милли бизнес институтын һәм Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын «юриспруденция» һөнәре буйынса «юрист» квалификацияһы (рус.)баш. алып тамамлай[3].

2020 йылдан — «Ҡурай» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры[4].

2023 йылдан — етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. Парламенттың Сәнәғәт, инновацион (рус.)баш. үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты[5] һәм «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Ковид пандемияһы башланғас, Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарының ирекмәндәр штабын ойоштора. Махсус хәрби операция территорияһына даими рәүештә гуманитар ярҙам алып бара. Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары союзы рәйестәше[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почёт грамотаһы (2020);
  • Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйының Почёт грамотаһы (2021);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2023);
  • «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Рәхмәт хаты[3].

Ғаиләһе

  • Өйләнгән, ике ул һәм бер ҡыҙ атаһы[1][6].
  • 2025 йылдың мартында «Йәшлек» гәзите редакцияһы Ураҙғоловтар ғаиләһе менән берлектә хикәйәләр конкурсы иғлан итә. Әҙәби бәйгегә ирекле темаға яҙылған күләме 15 биттән артмаған (А4 форматында 14-се шрифт) проза әҫәрҙәре ҡабул ителә. Авторҙарға йәш буйынса сикләүҙәр юҡ, уларҙың Яһыусылар союзы ағзаһы булыу-булмауы иҫәпкә алынмай. Конкурс 2026 йылдың 1 апреленән 2027 йылдың 1 ноябренә тиклем дауам итә. Хикәйәләр гәзиттә псевдоним менән баҫыла, уларға гонорар түләнмәй. Әҙәби бәйгелә 50 мең һум аҡсалата төп бүләк һәм биш дәртләндереү номинацияһы ҡаралған[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Депутаты Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан. Уразгулов Тимергали Ралисович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2023. (рус.)
  2. Альфия Ахмадуллина. Тимергали Уразгулов: «Вместе — к единству». районная газета «Кармаскалинская новь» (15 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2023. (рус.)
  3. 1 2 Лица Партии. Уразгулов Тимергали Ралисович. Партия «Единая Россия». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2023. (рус.)
  4. Депутаты \ Уразгулов Тимергали Ралисович. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2023. (рус.)
  5. Комитет по промышленности, инновационному развитию, торговле, предпринимательству и туризму. Уразгулов Тимергали Ралисович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2023. (рус.)
  6. Ляйсан Закирова. Новость застала на передовой: волонтер СВО из Башкирии стал многодетным отцом. ИА «Башинформ» (20 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2023. (рус.)
  7. Өр-яңы әҙәби конкурс! Еңеүсегә — 50 мең һум! «Йәшлек» гәзитенең рәсми сайты (25 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (баш.)

Тема буйынса өҫтәмә