Француз балконы

Францу́з балко́ны (франц. balconnet, ингл. Juliet balconies[1][2]) — балкондың бер төрө. Француз балконының майҙансығы бөтөнләй булмай йәки сикләнгән (50 см-ҙан да тарыраҡ) була. Шулай уҡ портфнетр (франц. porte-fenêtre) тип атала[3][4].

Тарихы

Был архитектура проектының килеп сығышы тураһында бер нисә версия бар. Беренсеһе буйынса, ул Европала урта быуаттарҙа хәҙерге бәҙрәфте алмаштырыусы булараҡ барлыҡҡа килә. Икенсе версия буйынса, француз балкондары ғәмәли сәбәптәр буйынса эшләнгән: урамдарҙың тар булыуы күләмлерәк балкон төҙөргә мөмкинлек бирмәгән. Тығыҙ шарттарҙа сәскәләр үҫтерергә мөмкинлек биргән тар ғына балкондар эшләнгән.[5][6].

Шул уҡ ваҡытта хәҙерге француз балкондарының «ата-бабалары» тәүге тапҡыр Испанияла йәки Италияла барлыҡҡа килгән тигән фекер йәшәй. Тәҙрәләр ҙур булғанға бүлмәләр яҡтылыҡ була, елләтеү ҙә еңеләйә.

Был архитектура ҡоролмаһына Уильям Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» пьесаһы барлыҡҡа килгәндән һуң тағы бер дөйөм атама — Джульетта балконы тип атала. Әҫәрҙә төп герой үҙенең һөйгәне менән ошондай балконда һөйләшә[7].

Төрҙәре һәм үҙенсәлектәре

Француз балкондарын ике төргә бүлергә мөмкин:

☆ майҙансыҡһыҙ;
☆ бәләкәй майҙансыҡлы.
Икенсе төрөн, үҙ сиратында, сығып торған формаһы менән айырылырға мөмкин. Ул ярымтүңәрәк йәки тура мөйөшлө булыуы мөмкин. Беренсе вариант традицион тип иҫәпләнһә, икенсеһе хәҙерге заман биналарында йышыраҡ осрай[8].

Француз балкондарын ҡуйыу мөмкинлектәрен көйләүсе ГОСТ бар. Унда аныҡ ҡына хәүефһеҙлек ҡоймаһын кеше унан ҡолап төшмәҫлек итеп ҡуйырға тип яҙылған[9].

Француз балкондарының ҡоймалары улланылған материалдарға ҡарап төрлөсә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, улар ҡойолған суйын рәшәткә булыуы мөмкин. Шулай уҡ был маҡсатта профилле торбалар ҡулланыла: металл, тимер йәки алюминий. Ҡайһы бер осраҡтарҙа бетондан ҡойма яһала. Бетон бағаналар биҙәү элементтары менән эшләнә. Шулай уҡ ҡойма урынына быяла ҡулланырға мөмкин, әммә был саҡта быяла бәрелеүгә сыҙамлы булырға тейеш.

Шулай уҡ ғәҙәти балкон менән француз балконының үҙенсәлекле гибриды ла бар. Ул стандарт ҙурлыҡтағы майҙанлы, тулы бейеклектәге тәҙрәле булыуы мөмкин. Әммә бындай архитектура ҡоролмаһын француз балконының бер төрө итеп классификациялау тулыһынса дөрөҫ түгел: бындай осраҡтар өсөн «француз быялаһы» тигән айырым термин бар.

Өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре

Һис шикһеҙ, француз балконының өҫтөнлөктәре:

☆ көндөҙгө яҡтылыҡ бүлмәгәбыяла аша яҡшыраҡ үтеп инә, электр энергияһын экономиялай;
☆ елләтеү өсөн уңыйлы;
☆ бәләкәй фатир майҙанын визуаль киңәйтеп күрһәтә;
☆ балкон биҙәү элементы булараҡ ҡулланыла.

Етешһеҙлектәр араһында шуны билдәләргә кәрәк:
☆ балконға сығыу мөмкинлеге булған бүлмә йәйгеһен ҡояшта ҡыҙыуы ихтимал;
☆ ҡайһы бер материалдарҙың хаҡы юғары булыуы мөмкин;
☆ бөтә йорттарҙа ла бындай ҡоролма ҡуйыу мөмкинлеге юҡ[6];
☆ ҡайһы бер осраҡта ҡуйыу өсөн рөхсәт алырға кәрәк[10];
☆ Быяланы таҙа тотоу өҫтәмә сығымдар талап итә[6].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Juliet balconies (ингл.). Balconette. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023. Архивировано 24 март 2012 года.
  2. Balconet (ингл.). Encyclopedia.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
  3. Порт-фнетр. Словарь галлицизмов русского языка. sanstv.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
  4. Елена Слободян. Можно ли выходить на французский балкон? Аргументы и факты (7 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
  5. Зачем нужен маленький «французский балкон», если на него даже выйти нельзя. Novate.Ru (28 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
  6. 1 2 3 Плюсы и минусы французского балкона. planken.guru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
  7. Bob Vil. What is a Juliet Balcony? A complete guide (ингл.). Clever Patio (7 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
  8. Все о французском балконе. Системы ВЕКА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.
  9. ГОСТ Р 56926-2016
  10. Все о французском балконе. вПлатье.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2023.

Әҙәбиәт