Фәхрисламов Хәмзә Фәхрислам улы

Фәхрисламов Хәмзә Фәхрислам улы (25 август 1925 йыл5 ғинуар 2001 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, кесе сержант[1], геолог, тау инженеры.

Биографияһы

Хәмзә Фәхрислам улы Фәхрисламов 1925 йылдың 25 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылында тыуған. Атаһы, хәләл көсө менән килемле хужалыҡ булдырған күп балалы Көҫәпәев Фәхрислам Көҫәпәй улы, сәйәси золом ҡорбаны яҙмышына дусар ителә. Алты баланың икеһе — Зәйнулла менән Рабиға бәләкәй саҡтарында вафат була. Ҡыҙ туғандары — Әминә, Миңдеямал, Мәғүҙә етемлек михнәтен күреп буй еткерә. Хәмзә 13 йәшенән Башҡорт АССР-ының Белорет районындағы Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.

1943 йылдың 23 июнендә Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Бөйөк Ватан һуғышында 1-се Белорус фронты составындағы 33-сө армия 95-се уҡсылар дивизияһы 161-се уҡсылар полкы составында ҡатнаша. Кесе сержант, 76 миллиметрлы пушка орудиеһының тоҫҡаусыһы. Разведка взводы командиры була. Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинға тиклем барып етә. Күреү һәләте насарайыу сәбәпле, демобилизациялана.

Тарихи белешмә

1944 йылдың 18 октябренән III формирование 95-се Үрге Днепр Суворов, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы уҡсылар дивизияһы 1-се Белорус фронтына ҡараған 33-сө армия составында 1945 йылдың майына тиклем дошманды ҡыра. 1945 йылдың 14 ғинуарынан алып 3 февралгә тиклем Варшава- Познань операцияһында ҡатнаша. III формирование 95-се уҡсылар дивизияһы Пулав плацдармынан Шидловец, Опочно, Калган йүнәлешендә һөжүм итә. Операция аҙағында Фюрстенберг һәм Одер йылғаһы буйына сыға.

33-сө армия Польшаның Солец, Илжа, Радом, Лодзь, Калиш, Швибус ҡалаларын азат итә.

1-се Белорус фронтының 33-сө Армияһы Суворов орденлы 95-се Үрге-Днепр Ҡыҙыл Байраҡ дивизияһының 161-се уҡсылар полкы буйынса 1945 йылдың 9 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы исеменән 012/н һанлы «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшырыу тураһындағы Бойороғонда:

76-мм пушка батареяһы орудиеһы тоҫҡаусыһы, кесе сержант Фәхрисламов Хәмзә 1945 йылдың 7 февралендә Штраубе ауылы өсөн алыштарҙа үҙенең орудиеһы уты менән ДОТ амбразураһының ҡалҡанын асылмаҫлыҡ хәлгә килтереп, беҙҙең һөжүм итеүсе пехотаға ҡаршы ут алып барыу мөмкинлеген бикләгәне өсөн. 1925 йылда тыуған, башҡорт, 1944 йылдан ВЛКСМ ағзаһы. 1943 йылдың 23 авгусынан Ҡыҙыл Армияла. Башҡорт АССР-ы Белорет РВК-һы тарафынан саҡырылған

1945 йылда Берлин операцияһында, дошман оборонаһын уңышлы өҙгәндән һуң, 1-се Белоруссия һәм 1-се Украина фронттары армиялары менән берлектә, 33-сө армия Берлиндың көньяҡ-көнсығышында немец ғәскәрҙәре төркөмөн тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Хәрби хәрәкәттәрҙе 6 майҙа Десау ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ Эльба йылғаһында тамамлай[2].

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Тау институтын тамамлай.

Урта Азияла, Тянь-Шань тауҙарында геология-разведка партияһында өлкән мастер була.

Красноярск крайында, Норильск һәм Красноярск ҡалаларында тау инженеры вазифаһында хеҙмәт итә[3].

Ҡатыны урыҫ милләтенән.

2001 йылдың 5 ғинуарында вафат була, Красноярск ҡалаһының Троицк зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Справочное издание «Навечно в памяти народной»
  • База данных: Участники Великой Отечественной войны (Красноярский край)