Хажин Ильяс Абдулғәни улы
Хажин Ильяс Абдулғәни улы (1902 йыл — 1966 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, гвардия ҡыҙылармеецы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945)
Биографияһы
Ильяс Абдулғәни улы Хажин 1902 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
Үкһеҙ етем ҡалғас, бер туған ағаһы Әминев Һиҙиәт тәрбиәһендә үҫә. Йәше еткәс, хеҙмәт армияһына алынып, Үзбәкстанда эшләй. Армиянан ҡайтҡас, Таулыҡай ауылы ҡыҙы Күсәрбаева Мәҙинә Рәхмәтулла ҡыҙына өйләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- III дәрәжә Дан ордены (1945)
- ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Кёнисбергты алған өсөн» миҙалы (1945)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
- «Варшаваны азат иткәне өсөн» миҙалы (1945)
Хәтер
- Хажин Ильяс Абдулғәни улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән «Они вернулись с победой. Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» баҫмаһының 2-се томында [2] һәм Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлектә бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии. ХАЖИН Ильяс Абдулганиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2021)
- ↑ Они вернулись с победой. Баймакский район. Т.2
Һылтанмалар
- Дорога памяти. ХАЖИН ИЛЬЯС АБДУЛГАЛИЕВИЧ 2021 йылдың 29 июнь көнөндә архивланған.
- Память народа — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Хажин Ильяс Абдулганиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии. ХАЖИН Ильяс Абдулганиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2021)