Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы

Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы (16 март 1851 йыл — 1921 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осороноң хәрби эшмәкәре. Генерал-лейтенант (1918). Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Башҡорт[1][2]. 1918—1920 йылдарҙа Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы.

Биографияһы

Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатов Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында 1851 йылдың 16 мартында тыуған. Атаһы Исхаҡ Мөхәммәтрәхим улы — 3-сө Мишәр кантонының хәрби старшинаһы.

1866 йылда Ырымбур кадет корпусын тәмамлай. 1900—1904 йылдарҙа — Орск пехота полкында. 1908 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыға. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1915 йылда яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла.

1916 йылдың 18 апреленән 152-се запас пехота полкы командиры. 1918 йылдың 8 ғинуарынан 1-се Мосолман уҡсылар бригадаһы командиры. 1917 йылда — Бәләбәй гарнизоны башлығы.

1918 йылда башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып. 1918 йылдың 28 сентябренән 1-се Башҡорт пехота дивизияһы башлығы, һуңынан Башҡорт айырым корпусы командиры. Октябрҙә генерал-лейтенант званиеһы бирелә. 1918 йылдың 28 ноябренән — Башҡорт милли ғәскәре башлығы.

1921 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

Наградалары

  • III дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены;
  • III дәрәжә Изге Анна ордены;
  • II дәрәжә Изге Станислав ордены;
  • II дәрәжә Изге Анна ордены;
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены.

Хәтер

Ғаиләһе

Ҡатыны — Бибизәйнәп, Бохара сауҙагәре Камалбай Йәҙгәровтың ҡыҙы.
Улдары
Сәйетгәрәй (1904—1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Өфө моторҙар эшләү заводы хеҙмәткәре.
Рөстәм (1905—1938) — хәрби эшмәкәр. Ҡара диңгеҙ флоты һыу аҫты кәмәләре дивизионының командиры. 3-сө ранг капитаны.
Ҡыҙы — Миәссәр (1907—1964), Мәскәү медицина институтының ике курсын тамамлай, Ҡырымда йәшәй, 1926 йылда Башҡортостанға ҡайта.

Иҫкәрмәләр

  1. Ислам на Урале. Энциклопедический словарь. Серия Ислам в Российской Федерации. Выпуск V. Москва-Нижний Новгород. ИД «Медина». 2009. — 479 с. (на с.148)
  2. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.):Монография.- Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с. (на с.194)
  3. Азат Садреев. В Башкирии открыли бюст генералу Хаджи-Ахмету Ишбулатову. Bash.News (6 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2018.