Халыҡ-ара йәштәр көнө
Халыҡ-ара йәштәр көнө ( БМО-ның башҡа рәсми телдәрендә: ингл. International Youth Day, ғәр. يوم الشباب الدولي,исп. Día International de la Juventud, ҡыт. 国际青年日, рус. Международный день молодёжи, франц. la Journée internationale de la jeunesse) — 2000 йылдан башлап 12 августа билдәләнгән халыҡ-ара байрам. Ул йәштәр социаль төркөмөнә арнала. БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан булдырыла.
Тарихы
1965 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы «…йәштәр араһында тыныслыҡ, бер-береңде хөрмәт итеү һәм халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыу идеалдарын таратыу» тураһында Резолюция ҡабул итә[1].
1979 йылда 1985 йыл «Халыҡ-ара йәштәр йылы» тип иғлан ителә. Шулай уҡ Ассамблея тарафынан «…йәш быуындың тормошон яҡшыртыу маҡсатында айырым дәүләттәрҙең сәйәсәт нигеҙҙәрен һәм эшмәкәрлек принциптарын нығытыусы» Бөтә донъя ғәмәлдәр программаһы ҡабул ителә. Артабан 2010 йыл да «Халыҡ-ара йәштәр йылы» тип иғлан ителә[1].
1999 йылдың 17 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы (A/RES 54/120 һанлы Резолюцияһы) Йәштәр эштәре буйынса министрҙарҙың Бөтә донъя конференцияһының (Лиссабон, 1998 йыл) 12 августы «Халыҡ-ара йәштәр көнө» тип иғлан итеү тәҡдимен хуплай[1][2].
2000 йылдың 2 июнендә «Халыҡ-ара йәштәр көнө» тәүге тапҡыр билдәләнә[1].
2015 йылда БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы «…йәштәр тыныслыҡты һаҡлауҙа һәм төҙөүҙә төп роль уйнай, тыныслыҡты һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә булышлыҡ итә» тип раҫлай[1].
«Халыҡ-ара йәштәр көнө» 2011, Мадрид
Бәйле ваҡиғалар
1945 йылда Бөтә донъя демократик йәштәр федерацияһы тарафынан «Бөтә донъя йәштәр көнө» булдырыла, ул йыл һайын 10 ноябрҙә билдәләнә. Был көндә Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үткәрелә[1].
Милли «Йәштәр көндәре»[3]:
2 февраль — Әзербайжан йәштәре көнө; 11 март — Замбия; 26 март — Вьетнам; 29 март — Тайвань; 4 май — Ҡытай; 19 май — Төркиә (Йәштәр һәм спорт көнө); 23 май — Тажикстан; 16 июнь — КАР; июндең һуңғы шәмбеһе — Йәштәр көнө (Рәсәй)[1]; июндең һуңғы йәкшәмбеһе — Йәштәр көнө (Белоруссия); 30 июнь — Үзбәкстан йәштәре көнө; 7 август — Кирибати; 10 ноябрь — Ҡырғыҙстан; 11 шабан — Йәштәр көнө (Иран); 12 август — Йәштәр көнө (Украина).
Тикшеренеүҙәр
БМО-ның 2022 йылғы тикшеренеүҙәренә ярашлы, донъяла 15-тән 24 йәшкә тиклемге 1,2 миллиард йәш кеше иҫәпләнә (донъя халҡының 16%-ы). БМО Генераль Ассамблеяһы тарафынан 2015 йылда ҡабул ителгән Тотороҡло үҫеш маҡсаттары (ТҮМ) программаһы буйынса, 2030 йылға йәштәрҙең һаны 7 %-ҡа артып, яҡынса 1,3 миллиард кеше тәшкил итәсәк[4].
Көн темалары
Йыл һайын БМО төп халыҡ-ара сараларҙы үткәреү өсөн көн темаларын билдәләй[5]:
- 2000 — «Тәүге „Халыҡ-ара йәштәр көнөн“ үткәреү»;
- 2001 — «Һаулыҡ һаҡлау һәм эшһеҙлек проблемаларын хәл итеү»;
- 2002 — «Бөгөн һәм киләсәк мәнфәғәтендә: йәштәрҙең тотороҡло үҫеш буйынса эшмәкәрлеге»;
- 2003 — «Йәштәр өсөн һәр ерҙә лә лайыҡлы һәм емешле эш»;
- 2004 — «Быуындар бәйләнешле йәмғиәттә йәштәр»[1];
- 2005 — «+ 10 йәштәргә ҡағылышлы Бөтә донъя ғәмәлдәр программаһы»;
- 2006 — «Фәҡирлеккә ҡаршы бергәләп көрәш: йәштәр һәм фәҡирлекте бөтөрөү»[1];
- 2007 — «Үҙеңде күрһәт, үҙеңде ишеттер: йәштәрҙең үҫештә ҡатнашыуы»;
- 2008 — «Йәштәр һәм климат үҙгәреүе: ғәмәлдәр ваҡыты»[1];
- 2009 — «Тотороҡлолоҡ — беҙҙең саҡырыу, беҙҙең киләсәк»;
- 2010 — «Диалог һәм үҙ-ара аңлашыу»;
- 2011 — «Беҙҙең донъяны үҙгәртергә»;
- 2012 — «Яҡшыраҡ донъя төҙөйөк: йәштәр менән партнерлыҡ»;
- 2013 — «Йәштәр миграцияһы— үҫеш юлындағы алға китеш»[1];
- 2014 — «Йәштәр һәм психик сәләмәтлек»;
- 2015 — «Йәштәр һәм гражданлыҡ әүҙемлеге»;
- 2016 — «Йәштәр 2030 йылға тиклемге тотороҡло үҫеш маҡсаттарына юлда»;
- 2017 — «Йәштәр тыныслыҡ төҙөй»;
- 2018 — «Йәштәр өсөн хәүефһеҙ майҙансыҡтар»;
- 2019 — «Мәғарифты үҙгәртеп ҡороу»;
- 2020 — «Йәштәрҙең глобаль эшмәкәрлеккә тоғролоғо»;
- 2021 — «Аҙыҡ-түлек системаларын үҙгәртеү: кеше сәләмәтлеге һәм планета өсөн йәштәр инновациялары»;
- 2022 — «Быуындар араһындағы теләктәшлек: һәр йәштәгеләр өсөн донъя төҙөү»[4];
- 2023 — «Йәштәр өсөн „йәшел“ күнекмәләр: тотороҡло донъяға юлда»[6];
- 2024 — «Саҡырыуҙарҙан прогресҡа: йәштәрҙең тотороҡло үҫешкә цифрлы юлдары»[1];
- 2025 — «Тотороҡло үҫеш үҙәген һәм башҡаларҙы хуплау маҡсатында йәштәрҙең урындағы башланғыстары»[7].
- 2026 — «Шарттар төрлө, ынтылыштар бер»[8].
Мөрәжәғәттәр
Йыл һайын «Халыҡ-ара йәштәр көнөндә» БМО-ның Генераль секретары Антониу Гутерриш донъя йәштәренә мөрәжәғәттәрен баҫтырып сығара[9]:
| Халыҡ-ара йәштәр көнөндә беҙ йәштәрҙең мөмкинлектәрен һәм потенциалын билдәләйбеҙ. Яһалма зиһен донъяны үҙгәрткән шарттарҙа, йәштәр цифрлы сәйәсәтте һәм институттарҙы формалаштырыуҙа төп роль уйнарға тейеш. БМО-ның Йәштәр бюроһы һәм бөтә БМО ғаиләһе йәштәрҙе хуплаясағына һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясағына ышана алаһығыҙ. |
Саралар
БМО Генераль Ассамблеяһы йыл һайын «Халыҡ-ара йәштәр көнөндә» уны пропагандалауға һәм Йәштәр өсөн бөтә донъя ғәмәлдәре программаһы тураһында мәғлүмәт биреүҙе арттырыуға йүнәлтелгән саралар үткәреүҙе тәҡдим итә (1995 йылғы № A/RES/50/81 Резолюцияһы)[1]:
- белем биреү тапшырыуҙарын күрһәтеү,
- түңәрәк ҡорҙар һәм форумдар ойоштороу,
- йәштәр эшмәкәрлеге тураһында нәфис хеҙмәттәр күргәҙмәләре,
- ҡала конкурстары, концерттар һәм байрам саралары.
2024 йылда төп халыҡ-ара саралар Нью-Йоркта БМО-ның штаб-фатирында тура эфирҙа үткәрелә[10]. БМО-ның Иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса департаменты Халыҡ-ара электр элемтәһе союзы, БМО-Хабитат һәм Интернет менән идара итеү форумы (IGF) ярҙамында түбәндәге сараларҙы ойоштора[10]:
- «Тематик тикшеренеү буйынса инфографика». Йәштәр өсөн цифрлы сиселештәр һәм Тотороҡло үҫеш маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеүгә йүнәлтелгән инновацион башланғыстар коллекцияһы тәҡдим ителә;
- «Интерактив онлайн-викториналар». Тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә ярҙам иткән Цифрлы технологиялар өлкәһендә белемде киңәйтеү буйынса уҡытыу ҡоралдары күрһәтелә;
- «Социаль селтәрҙәр өсөн ҡоралдар тупланмаһы». «Халыҡ-ара йәштәр көнө», шулай уҡ төп хәбәрҙәр, мәғлүмәттәр һәм аналитик материалдар ярҙамында йыл темалары тураһында мәғлүмәт биреү буйынса социаль селтәрҙәр өсөн ресурстар күрһәтелә.
2025 йылда төп халыҡ-ара саралар БМО-Хабитат ярҙамында Кенияның Найроби ҡалаһында үтә. Унда йәштәр лидерҙары, муниципаль чиновниктар, сәйәсмәндәр, БМО вәкилдәре һәм үҫеш буйынса белгестәр ҡатнаша. Йыйылыусылар йәштәр сәйәсәтен үҫтереү буйынса яңы идеялар менән уртаҡлаша һәм тормошҡа ашырылған ҡарарҙар тураһында һөйләй[7].
Түбәндәге саралар үткәрелә[7]:
- Йәштәр һәм ҡала төҙөлөшө, климат үҙгәреүенә тотороҡлолоҡ, социаль интеграция, инновациялар һәм цифрлы трансформация кеүек темалар буйынса ҡарар ҡабул итеүсе кешеләр араһында «Интерактив диалог»;
- Йәштәр ойошмалары һәм социаль предприятиелар тарафынан ойошторолған «Йәштәр инновациялары күргәҙмәһе»;
- Йәштәр, БМО һәм хөкүмәт вәкилдәре ҡатнашлығында бөтә донъяға БМО биләмәһендәге байрам сараһынан тура эфир.
«Халыҡ-ара йәштәр көнө» Пхеньян паркында, 2011, Төньяҡ Корея
Рәсәйҙә
Гимнастка һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты А. М. Кабаева тәҡдиме буйынса, Президент Д. А. Медведев указы менән 2009 йыл «Йәштәр йылы» тип иғлан ителә. Йыл дауамында төрлө саралар үткәрелә[11].
2014 йылдан «Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге осорға дәүләт йәштәр сәйәсәте нигеҙҙәре» положениелары тормошҡа ашырыла[4]:
- Йәш белгестәрҙе әҙерләү өсөн шарттар тыуҙырыла;
- Ижади, эшҡыуарлыҡ һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге аша үҙ-үҙеңде күрһәтергә ярҙам ителә;
- Йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандалана һ. б.
2021 йылда 32 сараны үҙ эсенә алған «Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеүҙең 2030 йылға тиклемге осорға оҙайлы мөҙҙәтле программаһы» ҡабул ителә[4].
Йыл һайын Рәсәй программалары һәм «Халыҡ-ара йәштәр көнө» сиктәрендә түбәндәге саралар үткәрелә[4]:
- «Мәнфәғәттәр биләмәһе» (Территория смыслов), «Бирюса», «Таврида», «Истоки», «Машук» һ. б. йәштәр форумдары;
- конкурстар, олимпиадалар, белем биреү марафондары һ. б.
- 2023 йылда Чечен Республикаһында Ведено ауылының Район мәҙәниәт йортонда «Интернетта күңел асыу һәм хәүефһеҙлек» лекцияһы үтә, конкурслы фотокүргәҙмә һәм «Ловзар» йәштәр байрамы ойошторола[12].
Краснодарҙа Абинск китапханаһында «Уҡыусы йәштәр — Рәсәйҙең киләсәге» исемле китап күргәҙмәһе ойошторола[13].
2024 йылда Мәскәүҙә Бөтә донъя йәштәр фестивале үтә, унда 190 илдән 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша[14].
2025 йылда Татарстандың Быуа районы китапханаһында билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың әҫәрҙәре (К. Г. Паустовский, «Телеграмма»; В. Г. Распутин, «Француз теле дәрестәре»; М. Е. Салтыков-Щедрин, «История одного города»; В. Г. Короленко, «Огоньки»; Н. Г. Чернышевский, «Что делать?» романы; Д. С. Лихачев, «Экология культуры» мәҡәләһе; Л. Н. Толстой, «После бала» хикәйәһе һ.б.) тәҡдим ителгән китап күргәҙмәһе үтә[15].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Международный день молодёжи: когда отмечают, история, традиции. 6 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Международный день молодежи — предыстория. un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ День молодежи в 2025 году: какие традиции и история у этого праздника. www.vesti.ru (5 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Международный день молодежи (12 август 2022). 6 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Как государство помогает молодым людям. admnvrsk.ru (12 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ International Youth Day / United Nations. un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ 1 2 3 Международный День Молодёжи 2025 «Местные Инициативы Молодёжи В Поддержку ЦУР И Не Только». social.desa.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ [https://www.un.org/ru/observances/youth-day Международный день молодежи 12 августа]. un.org/ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2026.
- ↑ Антониу Гутерриш. Послание Генерального секретаря в 2024 году. social.desa.un.org (2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ 1 2 Международный День Молодёжи 2024 «От Кликов К Прогрессу: Цифровые Пути Молодёжи К Устойчивому Развитию». social.desa.un.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ Медведев объявил 2009 год Годом молодежи. 6 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Массовое гулянье в честь Международного Дня молодежи 2023, Веденский район. 6 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ "Читающая молодежь - будущее России" - книжная выставка. 6 июль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Международный день молодежи. unesco.ru (12 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ Обзор книжной выставки «Международный день молодежи» 2025, Буинск. 6 июль 2026 тикшерелгән.