Халыҡ-ара ҡурсаулыҡтар көнө
Халыҡ-ара ҡурсаулыҡтар көнө — йыл һайын бөтә донъяла Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлеге инициативаһы буйынса 24 майҙа билдәләнгән байрам. Ҡурсаулыҡтарҙы һаҡлаусы һәм яҡлаусыларҙың һөнәри байрамы.
Тарихы
1909 йылдың 24 майында Швецияла милли парк ойошторола. Ул Европала милли парктар һәм резерваттар системаһы барлыҡҡа килгән беренсе ил була.
Халыҡ-ара ҡурсаулыҡтар көнө 2000 йылдан алып Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлеге инициативаһы буйынса йыл һайын билдәләнә. Уның төп маҡсаты — тәбиғәтте һәм хайуандар донъяһын һаҡлау[1][2].
Рәсәйҙә айырым Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө бар, ул 11 ғинуарҙа билдәләнә. Дата илдә беренсе Баргузин ҡурсаулығы ойошторолоуға тап килтерелә.
Байрам йолалары
Был көндә парктар һәм ҡурсаулыҡтар территорияһында тематик күргәҙмәләр асыла, экскурсиялар, тәбиғәтте һаҡлау буйынса лекциялар, фестивалдәр һәм башҡа саралар үткәрелә.
Ҡурсаулыҡтар
Ҡурсаулыҡтар — флора, фаунаны, шулай уҡ шарлауыҡтарҙы, боронғо мәмерйәләрҙе һәм ҡаяларҙы һаҡлау маҡсатынан теләһә ниндәй кеше эшмәкәрлеге тыйылған территория йәки акваторияның бер өлөшө[3].
Донъяла беренсе ҡурсаулыҡ беҙҙең эраға тиклемIII быуатта Шри-Ланкала ойошторола. Ул ваҡытта батша Деванампиятисса махсус ҡанун менән үҙенең поданныйҙарына утрауҙың ҡайһы бер участкаларына инеүе тыя һәм шулай итеп уны үҙе, балалары өсөн һаҡлай[4].
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда донъяла 119 илдә урынлашҡан 6555 милли парк һәм 630-ҙан ашыу тәбиғи биосфера ҡурсаулығы иҫәпләнә[5].
Донъялағы иң ҙур ҡурсаулыҡ Африкала урынлашҡан. Ул өс милли паркты — Көньяҡ Африка Республикаһындағы Крюгер милли паркын, Мозамбиктағы Лимпопо милли паркын һәм Зимбабвелағы Гонарежу милли паркын берләштереп булдырылған. Дөйөм майҙаны — 35 мең квадрат километр[6]. Иң бәләкәй ҡурсаулыҡтарҙың береһе — Галичья тауы Рәсәйҙә урынлашҡан, уның майҙаны ни бары 2,3 квадрат километр[7].
Башҡортостан ҡурсаулыҡтары
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 24 мая отмечается Международный день заповедников. gorodirkutsk.ru. Город Иркутск.РУ (22 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2025.
- ↑ Заповедный мир "Ненецкий" (24 май 2023). 25 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Что такое заповедник, и чем он отличается от заказника: примеры. 25 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Национальные парки Шри-Ланки. travellanka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2025.
- ↑ Тамара Казарина. Заповедные места. 25 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Африке создан крупнейший национальный парк (11 декабрь 2002). 25 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Международный день заповедников (24 май 2019). 25 апрель 2025 тикшерелгән.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |




