Харрасов Рәмил Рәшит улы
Харрасов Рәмил Рәшит улы (рус. Харрасов Рамиль Рашитович; 12 сентябрь 1957 йыл) — педагог-инженер, урта һөнәри белем биреү өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Нефтекаманың 27-се һөнәри лицейы һәм Нефтекама күп профилле колледж директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005), ҡаланың почётлы гражданы (2018).
Биографияһы
Рәмил Рәшит улы Харрасов 1957 йылдың 12 сентябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Бүздәк районы Сабай ауылында тыуған[2].
Үҙ ауылындағы мәктәптән һуң Нефтекама ҡалаһындағы 38-се ҡала урта һөнәри-техник училищеһында электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә[3].
2018 йылда Нефтекаманың 55 йыллыҡ юбилейы алдынан «Ҡаланың почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008)
• Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005)
• Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995)
• Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2018)
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты (2024)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Почётные граждане города Нефтекамска. Харрасов Рамиль Рашитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2024)
- ↑ 1 2 Официальный сайт администрации городского округа г. Нефтекамск. Новости. В преддверии 55-летнего юбилея Нефтекамска список Почетных граждан города пополнился новыми именами. Поздравляем! 6 сентября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2024)
Һылтанмалар
◇ Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Почётные граждане города Нефтекамска. Харрасов Рамиль Рашитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2024)
◇ Официальный сайт администрации городского округа г. Нефтекамск. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2024)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |