Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы
Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы (рус. Хисматуллин Кагарман Ильясович) (1916 йыл — 28 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының огневой взводы командиры. .
Биографияһы
Ҡаһарман Ильяс улы Хисмәтуллин 1916 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында[1] тыуған. 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ы Сәмәрҡәнд районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. ВЛКСМ ағзаһы. Юғары белемле. Хәрби юлын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында башлай, 294-се кавалерия полкының огневой взводы командиры булып хеҙмәт итә[2]. 294-се кавполк составында 1942 йылдың 1 майынан 10 октябренә тиклем хәрби юл үтә, артабан Ҡаһарман Хисмәтуллинды Оборона Халыҡ Комиссарриатының кадрҙар буйынса Баш идаралығына күсерәләр[2]. 1942 йылдың 19 ноябрендә яуҙа һәләк була һәм Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Обливская станицаһында һуңғы төйәген таба[1]. Биләгән вазифалар исемлеге документтарында Баймаҡ ҡалаһы, Арыҡ урамы, 14 йорт тигән яҙыу бар[2]. Сәмәрҡәнд ҡалаһында ҡатыны Бәхтиева Нәғимә Сәфиулла ҡыҙы күрһәтелгән[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 Сведения о личном составе
Һылтанмалар
- Хисматуллин Кагарман Ильясович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.