Хоментовский Александр Степанович

Хоментовский Александр Степанович (11 март (24 март) 1908 йыл — 14 март 1986 йыл) — СССР геологы.

Биографияһы

Александр Степанович Хоментовский 1908 йылдың 11 (24) мартында Санкт-Петербург ҡалаһында тыуа. 1930 йылда Себер технологиялар институтын (Томск) тамамлай.

1930—1937 йылдарҙа — Көнсығыш Себерҙә геология партиялары начальнигы. 1938—1941 йылдарҙа— Красноярск педагогия институты уҡытыусыһы. 1941—1943 йылдарҙа — РККА-ла хеҙмәт итә (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша). 1943—1954 йылдарҙа — СССР Күмер сәнәғәте министрлығының (Ырымбур) «Южуралуглеразведка» тресы баш геологы, бер үк ваҡытта 1943—1951 йылдарҙа Ырымбур педагогия институты доценты. 1951 йылда Көнсығыш Ҡытайҙа геология-разведка эштәренә етәкселек итә, уның методикаһы буйынса унда 16 күмер ятҡылығы асыла[2]. 1955—1957 йылдарҙа— Һарытау университетының геология кафедраһы мөдире. 1957—1958 йылдарҙа — ғилми кадрҙар әҙерләү өсөн Ҡытайҙа командировкала була. 1958—1960 йылдарҙа— Пермь политехник институтының геология кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта Пермь университетының файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм разведкалау кафедраһы мөдире, профессоры (1959—1960). 1960 йыл — СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Алыҫ Көнсығыш филиалы президиумы рәйесе. 1968—1970 — СССР Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе Хабаровск комплекслы ғилми-тикшеренеү институтын ойоштороусы һәм тәүге директоры. 1971—1972 йылдар — Пермь политехник институтының геология кафедраһы мөдире. 1973 йылда — Ырымбур политехник институтының инженер геологияһы һәм геодезия кафедраһы мөдире. 1976—1984 йылдар — Ырымбур тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау һәм рациональ ҡулланыу ғилми-тикшеренеү институты директоры. 1976-1986йылдар — СССР География йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге мөдире.

Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1938). Геология-минералогия фәндәре докторы (1954). Профессор (1955). Урал һәм Себерҙә тектоника һәм күмер ятҡылыҡтары барлыҡҡа килеү законлылығы өлкәһендә белгес. 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1960). Ырымбур университетының "Почет китабы"на индерелгән (1998)[3].

А. С. Хоментовскийҙың ғилми-методик эшләнмәләре Көньяҡ Уралда, Рәсәйҙең алыҫ Көнсығышында, Ҡытайҙа, Кореяла, Вьетнамда күмер ятҡылыҡтары асылыуға килтерә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Хоментовский Александр Степанович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. ↑ Электронная энциклопедия: Томский политехнический университет
  3. ↑ Хоментовский Александр Степанович // Российская академия наук. Сибирское отделение: Персональный состав
  4. ↑ Сайт «Память народа»
  5. ↑ Сталинская премия за выдающиеся изобретения и коренные усовершенствования методов производственной работы (1950)#Третья степень|Сталинская премия за выдающиеся изобретения и коренные усовершенствования методов производственной работы (1950). Третья степень, п. 157

Әҙәбиәт

  • Академия наук. Персональный состав. М., 1997. Кн. 2. 600 с. С. 548—549, 577, 582.
  • Журнал ТПУ «Томский политехник», 2004, № 10, с. 199.

Категориялар