Хювинкяа
Хювинкяа, шулай уҡ Хювинкяй йәки Хювинкя[5] (фин.Hyvinkää [ˈhyʋiŋkæː], швед.Hyvinge) — Финляндияла Уусимаа провинцияһындағы ҡала, баш ҡалаһы Хельсинкинан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала статусын 1960 йылда ала. Көньяҡ Финляндия губернаһына (ляни) ҡарай. Халҡы — 44 306 кеше (2007).
Автомобиль магистрале һәм тимер юлдары арҡаһында Хювинкяа Оло Хельсинкиның иң мөһим биҫтәһе булып тора.
Хювинкяала билдәле архитектура ҡоролмалары — Хювинкяа сиркәүе (1961, Руусувуори Аарно) һәм Кютяйя поместьелары бар. Бында Фин тимер юл музейы урынлашҡан.
Ҡалала KCI Konecranes предприятиеһы күтәргес крандар етештерә һәм хеҙмәтләндерә.
Тарихы
XVI быуатта бында таверна булған, ул Хельсинки һәм Хямеэнлинна араһында урынлашҡан. Беренсе һалым белешмәләре был урында бер нисә йортто билдәләгән.
Хювинкяа ауылы XIX быуатта бөтә Финляндия буйынса 1861 йылда тимер юлдары селтәре төҙөү арҡаһында шаҡтай ҙурая.
Ҡаланың үҙәге Хельсинки-Хямнелинн тимер юлы станцияһы арҡаһында барлыҡҡа килә һәм беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлана. Ханко — Хювинкяа тимер юлы Финляндияла беренсе шәхси тимер юлы була. Ул 1875 йылда Finnish State RR Co тарафынан төҙөлә. XX быуат башында Хювинкяа ауылы Ханконан Төньяҡ Америкаға яңы тормош эҙләп юлланыусы эмигранттар өсөн ике аралағы пункт булып тора.
Ҡарағай урмандары арҡаһында Хювинкяала бик саф һауа. 1880-се йылдарҙа Хельсинки ҡалаһынан бер төркөм табиптар бында шифахана аса.
Индустриялаштырыу ваҡытында Хювинкяала йөн фабрикаһы барлыҡҡа килә. 1990 йылдарҙа фабрика эшләүҙән туҡтай. Хәҙер уның кирбес биналарында күргәҙмәләр урынлашҡан.
Хювинкяаның осоу майҙаны Икенсе донъя һуғышынан һуң Финляндияның төп аэропорты була, сөнки Хельсинкила Малмилағы аэропорт союздаштарҙың контроле аҫтында була. Осоу яланы янында автоспорт үҙәге урынлашҡан.
Халыҡ һаны
| Йыл | Халыҡ һаны |
|---|---|
| 1917 | 7 657 |
| 1920 | 7 641 |
| 1925 | 8 641 |
| 1930 | 9 133 |
| 1935 | 10 424 |
| 1940 | 12 222 |
| 1945 | 13 244 |
| 1950 | 28 792 |
| 1955 | 23 438 |
| 1960 | 27 109 |
| 1965 | 30 952 |
| 1970 | 34 282 |
| 1975 | 36 218 |
| 1980 | 37 297 |
| 1985 | 38 742 |
| 1990 | 40 665 |
| 2005 | 43 837 |
| 2007 | 44 390 |
Иҫтәлекле урындары
- Сәнғәт музейында фин һәм сит ил сәнғәт күргәҙмәләре үткәрелә.
- Шулай уҡ күргәҙмәләрҙе Променадигаллерия ойоштора
- Фин тимер юл музейы
- Иҫке йөн фабрикаһы
- Артту Виллаһы — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 2005 йылдың ноябрендә асылған мәҙәни үҙәк.
- Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сәнғәт үҙәге
- Валвилла йөн фабрикаһы музейы
- Вилла театрҙары
- Хумала һәм Крапула студиялары
- Плюш айыу музейы
- Хювинкяа залы
- Хювинкяа сиркәүе
Файл:Hyvinkaa logo.png
Хювинкяа ҡаланың логотип
Спорт ҡоролмалары
Мәғарифы
Хювинкяала 6 ябай мәктәп, 1 швед телле мәктәп , 2 махсус мәктәп бар.
- Медицина институты
- Хювинкяа бизнес-колледж
- Техник институты
- Ауыл хужалығы колледжы
- Сәнғәт мәктәбе
- Свеитсин лукио (тәбиғи фәндәр)
- Юхтеискоулун лукио (сәнғәт)
Билдәле кешеләре
- Осси Саволайнен — Хювинкяа мэры
- Эса Сааринен — философ
- Хелена Шерфбек — рәссам
- Маркку Уусипаавелниеми — керлингист
- Хейкки Миккола — мотокросс буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы
- Лаури Туконен — хоккейсы, НХЛ уйынсыһы
- Юрья Сааринен — рәссам
- Леена Вилкка — философ
- Раптори — рэп-төркөм
- Тюко Саалинен — рәссам
- XL5 — поп-төркөм
- Хейди Парвиайнен — фин музыканты, Amberian Dawn симфо-пауэр-метал төркөмөнөң элекке йырсыһы
- Микаэль Саари - йырсы, Евровидение-2013 һәм 2016 милли һайлап алыуҙа ҡатнашыусы.
Фестивалдәр
Йәй һыра фестивале үтә, унда Скандинавиянан рок-төркөмдәр ҡатнаша. Яҡынса 10000 кеше килә.
Туғандаш ҡалалар
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Массовое убийство в Хювинкяа
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Ystävyyskaupungit — Хювинкяа.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot — Association of Finnish Municipalities.
- ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ Генштаб Топокарта 2015 йылдың 22 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Муниципалитет Хювинкяа (фин.) (инг.)
- Музей железных дорог Финляндии (фин.) (инг.)
- Информация о Хювинкяа(недоступная ссылка) (рус.) (инг.) (фин.) (швед.) (нем.) (нид.) (недоступная ссылка)