Хәкимов Рәфиҡ Фәүзи улы
Рәфиҡ Фәүзи улы Хәкимов (рус. Рафик Фаузиевич Хакимов; 1958 йылдың 18 апреле, Һәйтәк, Башҡорт АССР-ы) — юрист, эске эштәр органы хеҙмәткәре. 1998 йылдан хәҙерге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенең начальник урынбаҫары, 2002—2018 йылдарҙа — начальнигы, полиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2004) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2008). Рәсәй Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2004). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2018).
Биографияһы
Хәкимов Рәфиҡ Фәүзи улы 1958 йылдың 17 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1] Балтас районы Һәйтәк ауылында тыуған[2].
1976—1978 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. Запасҡа сығарылғандан һуң 1978 йылдың авгусында Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығына — Өфө ҡалаһы Совет районы эске эштәр бүлегенең тышҡы хеҙмәт взводы милиционеры булып эшкә урынлаша[2].
1980—1982 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының Өфө начальниктар составын эҙерләү махсус урта мәктәбендә[3] уҡый.
1982 йылдан Башҡорт АССР-ы Благовещен район эске эштәр бүлегенең өлкән инспекторы һәм өлкән оперуполномоченныйы (рус.)баш.[2].
1984 йылдан Нефтекама ҡалаһы эске эштәр бүлегенең участка инспекторы, енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге оперуполномоченныйы һәм өлкән оперуполномоченныйы[2].
1993 йылдан Нефтекама ҡалаһы эске эштәр идаралығы енәйәтселәрҙе эҙләү бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы, бүлек начальнигы урынбаҫары һәм бүлек начальнигы.
1998 йылдан Нефтекама ҡалаһы эске эштәр идаралығы начальнигы урынбаҫары — криминаль милиция (рус.)баш. начальнигы.
2002—2018 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы эске эштәр идаралығы (2011 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге) начальнигы[2].
2023 йылда рус телендә «Ислам как образ жизни. Рекомендации для оздоровления души и тела» исемле китап баҫтырып сығара[4].
Китаптары
- Рафик Хакимов. Ислам как образ жизни. Рекомендации для оздоровления души и тела. — 2023. — 94 с. — ISBN 978-5-0060-8651-7.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2004)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2008)
- Рәсәй Федерацияһының «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән отличие өсөн» миҙалы (2002)
- СССР Эске эштәр министрлығының III дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1986)
- СССР Эске эштәр министрлығының II дәрәжә «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1986)
- Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының «Хеҙмәттәге ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы (2001)
- Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының I дәрәжә «Хеҙмәттәге отличие өсөн» миҙалы (2003)
- Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Почёт грамотаһы (2010)
- Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2004)
- Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2018)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 5 Почетные граждане города Нефтекамск, села Амзя. Лица, занесенные в Городскую Книгу почета. Хакимов Рафик Фаузиевич. Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Хәҙер Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты.
- ↑ Рафик Хакимов. Ислам как образ жизни. Рекомендации для оздоровления души и тела. Сайт Rideró (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Почетные граждане города Нефтекамск, села Амзя. Лица, занесенные в Городскую Книгу почета. Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Хакимов Рафик Фаузиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)
- В преддверии 55-летнего юбилея Нефтекамска список Почетных граждан города пополнился новыми именами. Этого высокого звания в 2018 году удостоены: 4. Хакимов Рафик Фавзиевич — полковник полиции в отставке. Официальный сайт администрации городского округа г. Нефтекамск. 6 сентября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)
- Начальник нефтекамского отдела МВД России Рафик Хакимов навестил сотрудников, получивших ранения в Чеченской республике. Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации. Министерство внутренних дел по Республике Башкортостан. 18 июня 2016 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)
- Служба как дело всей жизни… Сайт «BezFormata.Com». 16 апреля 2013 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2026)