Хәмиҙуллин Сәмиғулла Хәмиҙулла улы

Хәмиҙуллин Сәмиғулла Хәмиҙулла улы (1908-?) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, рядовой уҡсы[1].

Тормош юлы

Сәмиғулла Хәмиҙулла улы Хәмиҙуллин 1908 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Ҡарағол ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, Малаяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла[2].

Хәрби хеҙмәте

Һуғышта рядовой званиеһында ҡатнаша. 1945 йылда демобилизациялана[3].

Ғаиләһе

Хәмиҙуллиндар Түбәләҫ ырыуына ҡараған Ҡарағол ауылының Әжембәт нәҫеленән. Хәмиҙулла күрше Илсекәй ауылы ҡыҙы Мәхмүзәгә, Йәһүҙин Көҫәпәйҙең һеңлеһенә, өйләнә. Улдары Заһит (1898—1942), Сәмиғулла (1908-?), ҡыҙы Зарифа () тыуа.

Сәмиғулла Хәмиҙулла улының бер нисә ҡатыны була. Улы Зәйнулланың әсәһе Миңдегөл. Зәйнулла Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетын тамамлаған. Салауат район ауыл хужалығы идаралығының өлкән зоотехнигы булып эшләне.

Ҡатыны Ғәйшәнән (1913—2003) Мәүзирә (1951), Мәүзифа (1953), Фәйзулла (4.03.1956), Хөснулла (7.03.1959) исемле балалары тыуа.

Хәтер

Хәмиҙуллин Сәмиғулла Хәмиҙулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4]һәм БР-ҙың Салауат районы Ҡарағол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988

Һылтанмалар