Хәмиҙуллин Заһит Хәмиҙулла улы
Хәмиҙуллин Заһит Хәмиҙулла улы (1898 - декабрь, 1942) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, ҡыҙылармеец, рядовой уҡсы[1].
Тормош юлы
Заһиҙулла Хәмиҙулла улы Хәмиҙуллин 1898 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына ҡараған Ҡарағол ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә алған.
- Тарихи белешмә
1919 йылдың 25 июненән алып 13 июленә тиклем Златоуст һөжүм итеү операцияһы барған. Г. Х. Эйхе етәкселегендәге 26-сы дивизия Йүрүҙән йылғаһының тарлауығы аша Кропачёво-Мөрсәлим тимер юл станциялары араһындағы биләмәләргә, Каппель командалыҡ иткән аҡтар корпусы тылына, йүнәлгән. А.В. Павловтың 27-се дивизияһы Бөрө тракты буйлап Ҡариҙел, Таҙтүбә, Үрге Ҡыйғыға һөжүм итә. 26-сы дивизия ҙур ҡыйынлыҡтар менән Йүрүҙән йылғаһы яры буйлап 12 км юл үтә һәм Ташауылға килеп сыға. Колчак ғәскәрен күсереп өлгөргәнсе, Эйхе дивизияһы Ахун һәм Мөсәт ауылдарын яулай. Һамар-Златоуст тимер юлына сығып етмәйҙәр, Нәсибаш ауылы районында аяуһыҙ алыш башлана. Аҡтарҙың 12-се Урал дивизияһы тылын ҡыйратып, Яхъя тимер юл станцияһын ала. Ҡалмаҡлар ауылы янында ҡыҙыл отрядтарҙың Йүрүҙән йылғаһын аша сығыуын 11 пулемётсы тәьмин итә. Уларҙың барыһын да Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Колчак полктарынан ҡасып китеп, партизандарға ҡушылырға теләгән ир-егеттәр үҙ иректәре менән Ҡыҙыл Армия сафына яҙыла һәм 5-се армия составында һуғыша[2].
Ауылдаштары «партизан» тип йөрөткәнлектән, Заһит Хәмиҙуллин Граждандар һуғышы йылдарында аҡтарға һәм контрреволюцияға ҡаршы көрәшеүсе ғәскәр рәтендә хеҙмәт иткән, тип фаразлайбыҙ.
Хәрби хеҙмәте
Фашист Германияһы илебеҙгә һуғыш асҡас, Заһиҙулла Хәмиҙуллин 1942 йылдың 8 февралендә Малаяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Көньяҡ Урал хәрби округының 13-сө запас уҡсылар бригадаһы 59-сы запас уҡсылар полкында хеҙмәт итә.
- Тарихи белешмә
13-сө запас уҡсылар бригадаһы Чкалов (Ырымбур) ҡалаһында урынлашҡан була, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай. Бында яугирҙар тәүге хәрби әҙерлек үтә һәм марш командалары менән фронтҡа хәрәкәт итеүсе армияға ебәрелә. Уның нигеҙендә марш батальондары һәм роталары ойошторола Улар, ОБД-Мемориал мәғлүмәттәре буйынса, Сталинград, Ленинград, Калинин фронтында, Тула янында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
13-сө запас уҡсылар дивизияһының 59-сы запас уҡсылар полкы 1941 йылдың 15 июленән 1945 йылдың 20 ноябренә тиклем хәрәкәт итеүсе армия составында була[3].
1941 йылдың 21 сентябрендә Халыҡ ополчениеһының 5-се Ленинград дивизияһынан 13-сө уҡсылар дивизияһына үҙгәртелә. Шул уҡ көндө, 1941 йылдың 21 сентябрендә, Пулков, Койерово участкаһында оборона биләй. Дивизия 708-се уҡсылар полкы менән берлектә контратакалар менән дошмандың Пулков бейеклеге аша Ленинградҡа бәреп инеү ынтылыштарын юҡҡа сығара.
Оборона министрлығының төп нөсхә документтар һаҡланған «Халыҡ хәтере» сайтында Хәмиҙуллин Заһит Хәмиҙулла улы ҡайһы фронт, армия составында һуғышҡаны аныҡ күрһәтелмәгән.
13-сө уҡсылар дивизияһының 1941 йылдың 10 июленән алып 30 сентябренә тиклем Ленинград оборона операцияһында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт бар. 1943 йылдың 12-30 ғинуарында шулай уҡ Ленинград блокадаһын өҙөү буйынса «Йондоҙ» операцияһында ла ҡатнаша.
Рядовой уҡсы Заһит Хәмиҙуллин 1942 йылдың декабрендә хәбәрһеҙ юғала[4].
Ғаиләһе
Хәмиҙуллиндар Түбәләҫ ырыуына ҡараған Ҡарағол ауылының Әжембәт нәҫеленән. Хәмиҙулла күрше Илсекәй ауылы ҡыҙы Мәхмүзәгә, Йәһүҙин Көҫәпәйҙең һеңлеһенә, өйләнә. Уларҙың улдары Заһиҙулла (1898-1942), Сәмиғулла (1908-?), ҡыҙы Зарифа () тыуа.
Заһиҙулла һәм уның ҡатыны Мәймүнәнең балалары: Зәйтүнә (1925-2019), Вәғизә (1927-?), Ғәлимулла (), Шәмсибанат (үлгән), Сәүиә (1936), Шәрифулла менән Фәйрүзә (үлгәндәр), Бәҙринур (1939-?), Ғарифулла (1941-2025). [5]
Хәтер
Хәмиҙуллин Заһит Хәмиҙулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Салауат районы Ҡарағол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005453
Һылтанмалар
- с. 86 Память народа. Списки призыва и демобилизации. Хамидуллин Загит Х.
- Память народа. Списки призыва и демобилизации. Хамидуллин Загит Хамидуллич
- Печатная Книга Памяти. ХАМИДУЛЛИН Загит Хамитович
- Память народа. Донесение о потерях. Хамидуллин Загит Хамидуллинович, с 1885 г.р.
- Память народа. Документ, уточняющий потери.
- Книга «Память» (погибшие) Салаватский район — 1999. — 478, [2] с.86 ISBN 5-295-02200-5
- 13-я запасная стрелковая бригада. Автор - Ольга Панкова, ноябрь 2014 г.
- 59 запасной стрелковый полк 13 запасной стрелковой дивизии - 86 фото
Иҫкәрмәләр
- ↑ с. 86 Память народа. Списки призыва и демобилизации. Хамидуллин Загит Х.
- ↑ Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- ↑ 13 запасная стрелковая бригада. Ольга Панкова, ноябрь 2014 г.
- ↑ Память народа. Донесение о потерях. Хамидуллин Загит Хамидуллинович, с 1885 г.р.
- ↑ ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005453
- ↑ Книга «Память» (погибшие) Салаватский район — 1999. — 478, [2] с.86 ISBN 5-295-02200-5
«Үлемһеҙ полк» проекты |