Хәниә Фәрхи

Хәниә Фәрхи (тулы исеме — Хәниә Фәрхислам ҡыҙы Биктаһирова, рус. Хания Фархлисламовна Биктагирова; Хания́ Фархи́1960 йылдың 30 майы, Үрге Сәләй, Башҡорт АССР-ы2017 йылдың 27 июле, Үрге Сәләй, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй йырсыһы. Татарстандың (2000) халыҡ артисы. Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премия лауреаты (2018)[1][2].

Биографияһы

Хәниә Фәрхислам ҡыҙы Биктаһирова (ҡыҙ фамилияһы Хәлиҙуллина) 1960 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Үрге Сәләй ауылында тыуған. Сығышы менән танып башҡорттарынан. Архив мәғлүмәттәренә ярашлы, Хәниә Фәрхиҙең ата-бабалары Танып улусы Ҡайпан түбәһенең Бүлегарт-Ҡайпан ауылы аҫаба башҡорттарынан сыҡҡан. Уның шәжәрәһе һыҙығы шулай: Сәхәб → Рәхимғол → Тәүәбил → Әһлетдин → Сәҙрислам → Әжмөхәммәд[3] → Фәрхелислам → Хәниә[4].

Мәктәптән һуң Мәскәүҙә текстиль училищеһында белем ала, артабан текстиль институтына уҡырға инә.

Һуңынан ижади эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн Ҡазан ҡалаһына күсеп килә. Театр училищеһына (Р. М. Батуллин курсы) уҡырға инеп, уны 1985 йылда тамамлай. Драма актрисаһы булараҡ хеҙмәт юлын Татар дәүләт республика күсмә театрында башлай (1989 йылдан — Кәрим Тинчурин исемендәге Татар драма һәм комедия театры). 1989 йылға тиклем театр актрисаһы була.

1989—1991 йылдарҙа Мәскәү өлкә филармонияһының «Байрам» вокаль-инструменталь ансамблендә солистка булып эшләй. Художество етәксеһе — Рифҡәт Сәйфетдинов. Тәүҙә үҙ фамилияһы менән сығыш яһай, һуңынан атаһына хөрмәт йөҙөнән Фәрхи псевдонимын ала.

Ансамблдә төрлө йылдарҙа Нәйлә Фатехова, Мирсәит Сөнғәтуллин, Рауил Харисов кеүек билдәле башҡарыусылар эшләй. Күптәр «Һағынам һине, Питрәс» йырының көй авторы Хәниә Фәрхи тип иҫәпләһә лә, көйҙө Рифҡәт Сәйфетдинов яҙған. Хәниә Фәрхи һүҙҙәренә Рифҡәт Сәйфетдинов тарафынан «Еләк йыйғанда», «Рәхмәт», «Ҡыҙыбыҙ һине көтә», «Күҙҙәр», «Һин тыйылған емешем», «О, Афғанстан!» йырҙары яҙылған.

1991 йылда Рифҡәт Сәйфетдинов ансамблдән киткәс, Хәниә Фәрхи коллективтың художество етәксеһе була һәм ансамблде 2017 йылға тиклем етәкләй.

1994—2000 йылдарҙа Яр Саллы ҡалаһының «Энергетик» мәҙәниәт һарайында эшләй, ә 2006 йылдан Ҡазанда йәшәй.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында йырсының һаулығы ҡаҡшай. 2012 йылда ул баш мейеһенә ауыр операция кисерә. Табиптар һәм яҡындары быны ҙур популярлыҡ менән бәйле көсөргәнештәр һөҙөмтәһе тип иҫәпләй. Шуның арҡаһында ул ижад юлын тамамларға уйлай, ләкин үҙ һүҙҙәре буйынса, «сәхнә ебәрмәй».

2015 йылда Ә. Әбсәләмов әҫәре буйынса төшөрөлгән «Аҡ сәскәләр» сериалында төшә.

Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә тыуған ауылында йөрәк өйәнәгенән вафат була[5]. Ҡазан ҡалаһында ерләнде[6].

Ғаиләһе

Беренсе ире — Фанауил Ғәлиев (1960—2012), Татарстандың халыҡ артисы, актёр, режиссёр һәм сценарист. Был никахтан Алия Ғараева (Ғәлиева) исемле ҡыҙы тыуған.

Икенсе ире — Ғабдулхай Биктаһиров. Һөнәре буйынса төҙөүсе, һуңынан Хәниә Фәрхиҙең «Байрам» төркөмө директоры булып эшләй. Был никахта Алсу исемле ҡыҙҙары тыуа[7].

Хәниә Фәрхиҙең ике ҡыҙы һәм өс ейәне бар.

Ижады

Йырсыға ҙур популярлыҡ килтергән йырҙар араһында «Әлдермешкә ҡайтам әле», «Һағынам һине, Питрәс», «Үпкәләһәң, әйҙә, үпкәлә», «Онотолор тимә», «Ҡазан кистәре», «Ҡышҡы сейә» бар.

«Һағынам һине, Питрәс» йыры — Рифҡәт Сәйфетдинов яҙған көйгә Хәниә Фәрхи һүҙҙәре менән ижад ителгән әҫәр. Нәҡ ошо йырҙан һуң йәш йырсы киң танылыу ала.

Хәниә Фәрхи репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙарының, шулай уҡ татар халыҡ йырҙарының 300-ҙән ашыу әҫәре булған. Уның шиғырҙарына Рифҡәт Сәйфетдинов, Ф. Мортазин, И. Закиров, Н. Хөсәйенов көйҙәр ижад иткән. Үҙе лә «Арала был ғазаптан» тигән йыр яҙған.

2015 йылда ул «Үткәндәрҙән киләсәккә һеҙҙең менән йырлап барам» исемле юбилей программаһы менән гастролдәрҙә йөрөй.

«Татар йыры» (рус.)баш. фестивалендә 17 «Алтын барс» премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ «Башҡорт йыры» телевизион конкурсында ҡатнаша. «Һандуғас» төбәк йыр фестивале лауреаты (1999, 2000, Ҡазан).

Дискографияһы

  • «Бәхеткә түҙеп ҡара» (2000);
  • «Тормош йыры 2» (2002);
  • «Йырҙарымда һеҙҙең яҙмыштар» (2003);
  • «Ҡышҡы сейә» (2004);
  • «Мәңге ғашиҡ ҡалайыҡ әле» (2005);
  • «Йәшәйек әле!» (2006);
  • «Рәхмәт һиңә, йырым!» (2008);
  • «Яҡшыһын һайлап ҡына» (2009);
  • «Ғүмерҙәрҙе үлмәҫ йыр итәйек» (2010).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996);
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2000);
  • «Ҡазандың 1000 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2005);
  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (2015);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (үлгәндән һуң 2017 йылдың 27 июле);
  • Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2018)[1].

Хәтер

  • 2022 йылдың 30 майында Тәтешле районының үҙәге Үрге Тәтешле ауылында Хәниә Фәрхигә һәйкәл асылды[8].
  • Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үткәрелә[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Легендарная певица Хания Фархи посмертно стала лауреатом премии имени Ангама Атнабаева. Башинформ (26 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  2. Фәрхи Хәниә. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  3. Ҡартатаһы Әжмөхәммәд 1917 йылғы йән иҫәбен алыу документында милләте башҡорт булыуын күрһәткән.
  4. Материалы к родословной Хании Фархи // История башкирских родов. Танып. Том 6 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, Ф. X. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — Т. 6. — С. 360—361. — 376 с. — ISBN 978-5-85051-629-1.
  5. Не стало народной артистки Башкортостана Хании Фархи. Башинформ (27 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  6. Ханию Фархи похоронят в Казани. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026. Архивировано 28 июль 2017 года.
  7. Габдулхай Биктагиров о покойной супруге Хание Фархи: «С каждым днем мне только тяжелее». sntat.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  8. В Башкирии открылся памятник Хании Фархи. Башинформ (21 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.
  9. Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» исемле йыр бәйгеһе ойошторола (башҡ.). Башҡортостандың мәҙәни донъяһы (26 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2026.