Цехановецкий Болеслав Павлович

Цехановецкий Болеслав Павлович (1857 йыл — 1917 йыл) — ғәмәли статский советник, Иркутск вице-губернаторы, Пермь вице-губернаторы (1901—1904), Смоленск вице-губернаторы, Өфө губернаторы (1905 йылдың 27 июненән ноябрға тиклем).

Биографияһы

Болеслав Павлович Цехановецкий сығышы менән Витебск губернаһы дворяндарынан. Император хоҡуҡ белеме училищеһы курсын тамамлағандан һуң, титуляр советник чинында юстиция министрлығы департаментына хеҙмәткә ебәрелә һәм 1878 йылдаң майында Хөкүмәт Сенатының өсөнсө департаментының беренсе бүлегенә йүнәлтелә. Киләһе йылда Финанстар министрлығына күсерелә һәм артабан министрлыҡатың юрисконсультына командировкалана. 1881 йылда Финанс министрлығының махсус йөкләмәләр чиновнигы булып тора. 1883 йылдың 7 майынан Полоцк дворяндарының өйәҙ етәксеһе һәм Полоцк өйәҙенең крәҫтиәндәр эше присутствиеһы буйынса рәйес, шулай уҡ Лепель округының почетлы мир судьяһы була. 1892 йылдың 13 авгусында Б. П. Цехановецкий Таврия губерна присутствиеһының мотлаҡ ағзаһы итеп тәғәйенләнә, 1897 йылдың 12 июленә тиклем ошо вазифала тора һәм артабан Юғары бойороҡҡа ярашлы Иркутск вице-губернаторы булып китә. Оҙайлы ваҡыт Иркутск губернаторы вазифаһын башҡара; 1898 йылдың декабрендә өс йылға Иркутск округ судының почетлы мир судьяһы итеп тәғәйенләнә; 1901 йылдың 1 ғинуарында статский советник чины бирелә.

1901 йылдың 21 сентябрендә Пермь вице-губернаторы итеп күсерелә. Ошо вазифаһын үтәгәндә бер нисә тапҡыр губернатор вазифаһын башҡара. 1902 йылдың 14 июлендә Ҡыҙыл Тәре ойошмаһының Пермь бүлексәһе ағзалары йыйылышында урындағы бүлексә рәйесе итеп һайлана.

1903 йылдың 27 ноябрендә дәүләт крәҫтиәндәрен ергә урынлаштырғаны өсөн отличие билдәһе йөрөтөү хоҡуғы ала; 1901 йылдың 1 ғинуарында III дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә.

1904 йылдың 20 ғинуарынан — Смоленск вице-губернаторы. Рәсәй буйынса хайуандарҙы яҡлау йәмғиәтенең Смоленск бүлексәһенең 1904 йылдың 4 апрелендәге дөйөм йыйылышында бүлек рәйесе итеп һайлана.

1904 йылдың 16 апреленән Лепель өйәҙенең мир судьяһы итеп ҡалдырыла. 1905 йылдың 27 июненән Өфө губернаһы губернаторы итеп тәғәйенләнә. 1905—1907 йылдарҙағы революция осоронда Өфө тимер юлы оҫтаханаларының баш күтәргән эшселәре алдында сығыш яһай, һуңыраҡ унда ғәскәр индерә. Тәфтиш аҫтында булмаған сәйәси тотҡондарҙы азат итә. Революция хәрәкәте эшмәкәрҙәре менән һөйләшеүҙәр алып бара, демонстрацияларҙа ҡатнаша.

Хеҙмәттәре

  • Ciechanowiecki. Episodes de la Crise Revolutionnaire Russe. 1921.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә