Чернов Борис Валентинович

Чернов Борис Валентинович (22 декабрь 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең авиация конструкторы, «Че» самолёттарын эшләүсе[1].

Беренсе «Че-10» осҡосон 1986 йылда эшләй.

Һуңғы яңы самолёттарының береһе «Че-29» 2012 йылғы «Гидроавиасалон»да күрһәтелә.

Чернов осҡостарының барыһы ла самолёт-амфибия тибына ҡарай.

Биографияһы

Борис Валентинович Чернов 1956 йылдың 22 декабрендә[2] Куйбышев[3] ҡалаһында тыуған[4]. Мәктәп йылдарында һыу суднолары моделдәре спорты менән мауыға, төбәк һәм Бөтә Союз ярыштарында еңеү яулай. Уҡыуын тамамлағандан һуң ете йыл профессиональ рәүештә һыу-мотор спорты, шулай уҡ ярыш кәмәләре эшләү менән шөғөлләнә. Һыу-мотор спорты буйынса «СССР-ҙың спорт мастеры» исеменә лайыҡ була[1].

Техник белем ала — көйләүсе, электрик. Осоу аппараттарын яһауға махсус белемһеҙ, мауығыу нигеҙендә килә[5].

undefined

1976 йылда үҙе йыйған осоу аппаратында тәүге тапҡыр һауаға күтәрелә. 1983 йылдан һауа судноларын эшләү менән шөғөлләнә башлай[1], бер үк ваҡытта һауа мендәрле суднолар яһау буйынса секция алып бара, шул саҡта дельтапланерист менән таныша һәм аппарат-амфибиялар эшләп ҡарау идеяһына ныҡлап ылыға. Был йүнәлештәге авиаконструкторлыҡ эшен гидромотодельтапландар йыйыуҙан башлай, уның тәүге аппараттарының береһе 1985 йылда Киевта үткән Авиация һөйөүселәрҙең бөтә союз слётында ҡатнаша. Чернов яһаған аппарат СССР-ҙа һыуҙан күтәрелә алған беренсе дельтаплан була[5][4].

Әммә тиҙҙән конструктор иғтибарын самолеттарға йүнәлтә, уларҙың тәүгеһен 1986 йылда яһай. Гидромотодельтаплан бары тик бер пилот өсөн генә тәғәйенләнә һәм уның пассажир урыны булмай. Был иһә үҙ сиратында Черновҡа ике урынлы «Че-10» самолетын яһарға этәргес бирә[5].

Был самолет ике кешенән торған экипажға иҫәпләнә, уларҙың береһе — пилот, икенсеһе — йә икенсе пилот, йә ябай пассажир була алған[4]. Проект уңышлылығына ҡарамаҫтан, Чернов махсус белем алмай, үҙаллы өйрәнгән конструктор булып ҡала бирә. Үҙе әйтеүенсә, кәрәкле белем туплау өсөн тематик техник әҙәбиәтте күп аҡтара [5].

Беренсе һынау самолётын пенопластан һәм металл торбаларҙан үҙе йыя, унда кәмәләр өсөн тәғәйенләнгән «Вихрь» моторын ҡуя. Конструкция танылыу ала, һәм Черновтың артабанғы самолёттары заводта эшләнә башлай [5].

Беренсе самолеттары

undefined

Беренсе самолётының уңышлы осошонан һуң Чернов авиаконструкторлыҡ эше менән шөғөлләнеүен дауам итә, һәм өс йылдан һуң, 1989 йылда, Ригала үткән Һәүәҫкәр авиация слётында уның икенсе самолёты — «Че-20» һауаға күтәрелә[1].

1991 йылда Черниговтағы Һәүәҫкәр авиация слёты—91-ҙә өсөнсө самолёт — «Че-30» тәҡдим ителә. Тап ул артабан сериялы сығарылған «Че-22»-нең прототибы була[1].

Ауыр һәм диңгеҙҙә йөрөй алған «Че-25» самолётын яһағандан һуң конструктор еңелләштерелгән, бәләкәй варианттарға ҡайта — техник заказ буйынса «Че-15» самолётын эшләй, ул — яхтаға ултыртыу өсөн тәғәйенләнгән ике урынлыҡ асыҡ самолёт[1].

undefined

Йәрәхәт алыуы һәм осоуҙарҙы яңынан башлауы

1996 йылда курсантты өйрәткәндә Чернов йәрәхәт ала: самолёттың әйләнгән винты уның йөҙөнә тейеп китә. Яраның ауыр булыуына ҡарамаҫтан, пилот самолётҡа ултыра ала һәм, ҡалаға осоп етеп, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Унда винт тейеүҙән конструкторҙың йөҙөнөң бер өлөшөн юғалтыуы асыҡлана — ул танауының аҫҡы яғыһыҙ һәм уң күҙһеҙ ҡала, әммә дауаханала оҙаҡ ятмай. Үҙе әйтеүенсә, 10 көндән һуң клиниканан сыға һәм яңынан һауаға күтәрелә. Алынған йәрәхәт уның авиацияға мөнәсәбәтен үҙгәртмәй, Борис Чернов осоуын да, яңы самолёттар яһауын да дауам итә[5].

Чернов самолёттары

Конструктор яһаған беренсе самолёт «Че-10» билдәләмәһен ала [5].

Уның урынына «Че-20» килә, артабан — «Че-30». Уларҙан һуң ғына нумерация үҫеү тәртибендә алып барыла: «Че-21», «Че-22», «Че-23» һәм башҡалар. 2024 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Чернов конструкцияһындағы һуңғы самолёт — «Че-29», дүрт урынлыҡ самолёт-амфибия [5]. Самолёттар Һамарҙа йыйыла [6].

Чернов гидросамолёттарының киң танылыуы «Че-22» «Корвет» моделенән башлана, ул шулай уҡ сериялап сығарылған беренсе самолёт була: уларҙың һаны иң кәмендә 85-кә етә[4]. Шулай уҡ «Че-24», «Че-25», «Че-26» (ике двигателле), «Че-27», «Че-29» (ике двигателле) аппараттары билдәлелек алған. 2017 йылға тиклем кәм тигәндә ун яңы «Че-29» яһала[4], унан һуңғы осор буйынса асыҡ сығанаҡтарҙа мәғлүмәттәр юҡ.

«Че-27» осҡостар рәтендә биш урынлы булыуы менән айырылып тора. Гидроплан конструктор тарафынан күп маҡсатлы итеп уйланыла, һыу ятҡылыҡтарына бай төбәктәрҙә, шулай уҡ Поляр түңәрәге аръяғында һәм Алыҫ Төньяҡ райондарында файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән [7].

undefined

2013 йылда конструктор яңы модель өҫтөндә эш башлай[5].

Чернов конструкторлаған самолёттарҙы «Гидросамолёт» компанияһы етештерә (генераль директоры Антон Кравченко) ref>Дмитрий Козлов. ООО "Гидросамолет" в 2013 году построит три самолета Че-29. Новости ВПК (15 июль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.</ref>). Элек етештереүсе компания «Гидроплан» исемен йөрөткән була [4].

«Че» моделле самолёттар Кубаға, Ҡытайға, АҠШ-ҡа [5] һәм Иорданияға һатылған [4].

Конструктор эшенең төп маҡсаты тип кабинанан максималь күҙәтеү мөмкинлеге булған уңайлы ҡыҫҡа сәйәхәт самолёттары булдырыуҙы һанай. Шуға ҡарамаҫтан, бындай осоштарҙан тыш ул эшләгән бөтә самолёттар ҙа ауыл хужалығы, десант һәм эҙләү эштәре өсөн ҡулланыла ала. Ҡайһы бер моделдәр, шул иҫәптән «Че-29», медицина комплектацияһы менән сығарылырға мөмкин — был осраҡта самолёт ауырыуҙы һәм уны оҙатып килеүсе табипты һыйҙыра ала[5][4].

«Че» маркалы самолёттары өсөн бер нисә эшләнмәгә конструктор патенттар алған[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Гидросамолёты Бориса Чернова/История. Гидросамолёты Бориса Чернова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  2. Сайт «Ассоциация Эксперимантальной Авиации». Форум > Основной > Разное > Люди и компании в авиации > Б. В. Чернову 58! (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2024)
  3. Хәҙер Һамар ҡалаһы
  4. 1 2 3 4 5 6 7 8 Сергей М. Че-29: гидросамолет «широкого профиля». Bibimot (3 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Григорий Антонов. Мечта о небе оказалась сильнее серьезной травмы. Аргументы и факты (20 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  6. Алена Моргуновская, Юлия Силина. Луговское – частный аэродром с большим потенциалом. Крылья Родины. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  7. Пятиместный гидросамолет Че-27. AviaStroitel.com (16 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  8. Лодка гидросамолёта. Национальная электронная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.
  9. Медаль "За заслуги в развитии АОН России". Федерация авиации общего назначения России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2024.

Әҙәбиәт

  • Александров А. О. Воздушные суда Российского императорского флота 1894—1917. — СПб.:: Б. С. К., 1998. — Т. 1. Аппараты Щетинина и Григоровича. — 111 с. — ISBN 5-88925-038-8.
  • Летающая лодка / Куприков М. Ю. // Лас-Тунас — Ломонос. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — С. 345. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 17). — ISBN 978-5-85270-350-7.
  • Григорьев А. Б. Альбатросы: Из истории гидроавиации. — М.: Машиностроение, 1989. — ISBN 5-217-00604-8.

Һылтанмалар