Чимаев Хамзат Хизарович
Чимаев Хамзат Хизарович (швед. Khamzat Chimaev; 1994 йылдың 1 майы, Гвардейское[d], Чечен Республикаһы) — Рәсәйҙең ҡатнаш алыш көрәшсеһе. UFC исеменән урта һәм ярым урта ауырлыҡта алыша. 2003 йылдан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре өсөн сығыш яһай.
2025 йылдың авгусына ҡарата уртаса ауырлыҡта UFC рейтингының өсөнсө баҫҡысын биләй[2].
Биографияһы
Хамзат Хизарович Чимаев 1994 йылдың 1 майында Чечен Республикаһы Терек өҫтө районының Гвардейское ауылында тыуған, ошонда бала сағын һәм үҫмер йылдарын үткәрә[3]. Миллләте — чечен. Мәктәптә уҡығанда көрөш менән шөғөлләнә башлай, республика ярыштарында сығыш яһай. Атаһы Хизар, 2019 йылғы мәғлүмәт буйынса, Чимаевтар ғаиләһенең һаман да Чечен Республикаһында йәшәүсе берҙән-бер вәкиле.
16 йәшендә Хамзат ғаиләһе менән ҡасаҡтар статусында Швецияға китә. Бер нисә йыл эсендә ҡошсолоҡ фабрикаһында һәм төнгө клубта секьюрити булып эшләп өлгөрә. Швецияла ирекле көрәш менән шөғөлләнә һәм ярыштарҙа ҡатнаша, бер юлы ике ауырлыҡ категорияһында ил чемпионы була[4]: ярым урта һәм урта[5]. Осраҡлы рәүештә ММА секцияһының күнекмәһенә эләгә һәм быға унда ҡыҙыҡһыныу уяна. Һуңыраҡ Allstars Gym Sweden залында шөғөлләнә башлай[6]. Билдәле ҡатнаш хәрби сәнғәт көрәшсеһе Александр Густафссон менән таныша.
2025 йылдың ғинуарында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре гражданы паспортын ала[7].
Карьераһы
Тәүге йылдары
Хамзат Чимаев ММА-ла карьераһын һәүәҫкәр сығыштарҙан башлай. 2017 йылда ул өс алышта еңә, 2018 йылда профессионал булараҡ дебют яһай. Тәүге ике еңеүен FCR һәм IRFA промоушендарында яулай, һуңынан Brave CF промоушены менән контракт төҙөй. Алты алышта рәттән еңгәндән һуң, UFC-ға саҡырыла[8].
Ultimate Fighting Championship
Чимаев UFC-та 2020 йылдың 15 июлендә UFC on ESPN 13 турнирында Джон Филлипсҡа менән алышта сабмишн менән еңеп, дебют яһай[9]. Киләһе алышын промоушен өсөн рекордлы 10 көндән һуң UFC Мак ESPN 14 турнирында Рис Маккиға ҡаршы үткәрә, унда ла нокаут менән еңә[10].
2020 йылдың 19 сентябрендә Чимаев UFC-тағы өсөнсө алышын UFC Ғight Night: Ковингтон vs Вудли турнирында үткәрә, унда Джеральд Мершартты нокаут менән еңә[11].
2021 йылдың 1 мартында, COVID-19 сиренән оҙаҡ дауаланғандан һуң, Чимаев UFC-та сығыш яһауын тамамлауы тураһында иғлан итә[[12].
2021 йылдың 23 авгусында, карьераһын тамамлау тураһында иғлан иткәндән һуң 5 ай үткәс, Хамзат үҙенең UFC 267 октагонына кире ҡайтыуын анонслай (2021 йылдың 30 октябре)[13].
2023 йылдың сентябрендә Швеция гражданлығынан баш тарта һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре флагы аҫтында сығыш яһай башлай[14][15].
2024 йылдың 26 октябрендә Абу-Дабиҙағы UFC 308 турнирында Роберт Уиттакерҙы быуыу алымы менән беренсе раундта еңеп сыға. Алыштан һуң Чимаевтың Уиттакерҙың яңағын һындырыуы асыҡлана[16].
2025 йылдың июнендә Хамзат Чимаев, ауырлыҡ категорияларына ҡарамаҫтан (p4p), UFC-тың иң яҡшы көрәшселәре рейтингында дебют яһай, 15-се баҫҡыста урынлаша[17].
2025 йылдың авгусында UFC 319 турнирында Чимаевтың уртаса ауырлыҡтағы чемпион титулы өсөн Дрикус дю Плессиға ҡаршы алышы планлаштырылған[18].
2025 йылдың 16 авгусында UFC 319 турнирында Чимаев уртаса ауырлыҡта Дрикус дю Плесси менән алыша[19]. Алыш биш раундта ла бара. Чимаев бер тауыштан еңеп сыға, чемпион исемен яулай һәм алдағы көн өсөн сығыштары өсөн премия ала[20]. Еңеүҙән һуң Чечня лидеры Рамзан Ҡадиров Чимаевты промоушендың иң сағыу йондоҙҙарының береһе тип атай. Бер нисә көндән һуң, Чимаев Грозныйға килеп еткәс, Ҡадыров уға «Майбах» автомобилен бүләк итә[21].
Титулдары һәм ҡаҙаныштары
Ҡатнаш көрәш
Ultimate Fighting Championship
- «Киске сығыш» өсөн бонус (5 тапҡыр): Джон Филлипс, Рис МакКи, Джеральд Миршерт, Ли Цзинлян һәм Роберт Уиттакерға ҡаршы;
- «Киске алыш» өсөн бонус (1 тапҡыр): Гилберт Бёрнсҡа ҡаршы.
Ирекле көрәш
- Ирекле көрәш буйынса 86 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Швецияның 2015 йылғы милли чемпионаты —
[22] - Ирекле көрәш буйынса 86 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Швецияның 2016 йылғы милли чемпионаты —
[23] - Ирекле көрәш буйынса 92 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Швецияның 2018 йылғы милли чемпионаты —
[24]
Профессиональ ММА-лағы статистикаһы
| Профессиональ көрәшсе карьераһы (һөҙөмтә) | ||
| Алыш 14 | Еңеүҙәр 14 | Еңелеүҙәр 0 |
| Нокаут | 5 | 0 |
| Бирелеү | 7 | 0 |
| Ҡарар менән | 2 | 0 |
| Һөҙөмтә | Рекорд | Дөғүәсеһе | Алым | Турнир | Дата | Раунд | Ваҡыт | Урын | Иҫкәрмәләр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Еңеү | 14-0 | Бирелеү | UFC 308 | 27 октябрь 2024 | 1 | 3:34 | «Киске сығыш» (5) | ||
| Еңеү | 13-0 | Судьялар ҡарары | UFC 294 | 21 октябрь 2023 | 3 | 5:00 | Урта ауырлыҡҡа күсә | ||
| Еңеү | 12-0 | Бирелеү | UFC 279 | 11 сентябрь 2022 | 1 | 2:13 | Аралыҡ ауырлығында алыш (81,6 кг) | ||
| Еңеү | 11-0 | Решение | UFC 273 | 9 апрель 2022 | 3 | 5:00 | «Киске алыш» | ||
| Еңеү | 10-0 | Бирелеү | UFC 267 | 30 октябрь 2021 | 1 | 3:16 | Ярым урта ауырлыҡҡа күсә. «Киске сығыш» (4) | ||
| Еңеү | 9-0 | Нокаут | UFC Fight Night 178 | 19 сентябрь 2020 | 1 | 0:17 | Урта ауырлыҡҡа күсә. «Киске сығыш» (3) | ||
| Еңеү | 8-0 | Нокаут | UFC on ESPN 14 | 25 июль 2020 | 1 | 3:09 | Ярым урта ауырлыҡҡа күсә. 10 көн арауығында ике еңеү яулап, UFC-тың яңы тарихында (2001 йылдан) барыһынан да тиҙерәк рекордын ҡуя. «Киске сығыш» (2) | ||
| Еңеү | 7-0 | Бирелеү | UFC on ESPN 13 | 16 июль 2020 | 2 | 1:12 | UFC-та дебют. «Киске сығыш» | ||
| Еңеү | 6-0 | Бирелеү | Brave CF 27 | 4 октябрь 2019 | 2 | 1:15 | Урта ауырлыҡҡа күсә. | ||
| Еңеү | 5-0 | Нокаут | Brave CF 23 | 19 апрель 2019 | 1 | 2:26 | Аралыҡ ауырлығында алыш (81,6 кг). «Кис нокауты» | ||
| Еңеү | 4-0 | Бирелеү | Brave CF 20 | 22 декабрь 2018 | 1 | 0:35 | |||
| Еңеү | 3-0 | Нокаут | Brave CF 18 | 16 ноябрь 2018 | 1 | 3:12 | Ярым урта ауырлыҡҡа күсә. | ||
| Еңеү | 2-0 | Бирелеү | Fight Club Rush 3 | 18 август 2018 | 1 | 4:23 | Урта ауырлыҡҡа күсә. | ||
| Еңеү | 1-0 | Нокаут | IRFA 14 | 26 май 2018 | 2 | 0:05 | ММА-ла дебют. Аралыҡ ауырлығында алыш (80 кг) |
Һәүәҫкәр ММА-лағы статистика
| Һөҙөмтә | Рекорд | Дөғүәсеһе | Алым | Турнир | Дата | Раунд | Ваҡыт | Урын | Иҫкәрмәләр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Еңеү | 3-0 | Нокаут | Nordic Warrior 3 | 14 апрель 2018 йыл | 1 | 0:57 | |||
| Еңеү | 2-0 | Сдача | Kaisho Battle 14 | 18 ноябрь 2017 йыл | 2 | 2:20 | |||
| Еңеү | 1-0 | Сдача | Fight Club Rush 1 | 10 сентябрь 2017 йыл | 2 | 2:06 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Боец ММА Хамзат Чимаев сообщил, что теперь представляет клуб «Ахмат». Матч ТВ (25 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Рейтинг бойцов. UFC Russia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Coach explains Khamzat Chimaev’s travel issues, move to UAE. 6 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Чеченского бойца UFC назвали «шведским Хабибом». Чимаев сотворил историю, а теперь хочет «научить манерам Конора». sport24.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Khamzat Chimaev told why he represents Sweden in the UFC (билдәһеҙ) (23 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Allstars Training Center (ингл.). Allstars Training Center. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Рекордсмен UFC Чимаев получил паспорт гражданина ОАЭ (1 февраль 2025). 6 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ FightTime. Хамзат Чимаев подписан в UFC. fighttime.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Sherdog.com. UFC on ESPN 13 - Kattar vs. Ige. Sherdog. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Sherdog.com. UFC on ESPN 14 - Whittaker vs. Till. Sherdog. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Sherdog.com. UFC Fight Night 178 ‘Covington vs. Woodley’ Play-by-Play, Results & Round Scoring. Sherdog. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ «Что будет с мамой, если я умру?» Чимаев рассказал о битве с COVID-19 (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Андрей Стрельцов. Новый Хабиб анонсировал дату ближайшего боя в UFC и имя соперника (билдәһеҙ). Lenta.ru (6 август 2025).
- ↑ Хамзат Чимаев отказался от шведского гражданства. championat.com (22 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ «Чимаев больше не гражданин Швеции». Хамзат будет драться в UFC под другим флагом. Спорт-Экспресс (23 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025.
- ↑ Чимаев покалечил противника в UFC: появилось фото сломанной челюсти Уиттакера после боя - Sport24 (6 август 2025). 6 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Чимаев дебютировал в рейтинге лучших бойцов UFC (6 август 2025). 6 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ UFC анонсировал чемпионский бой Хамзата Чимаева (14 май 2025). 6 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ UFC анонсировал чемпионский бой Хамзата Чимаева (14 май 2025). 6 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Чимаев завоевал чемпионский титул UFC в среднем весе (17 август 2025). 17 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Кадыров встретил чемпиона UFC в аэропорту Грозного и подарил ему Maybach (20 август 2025). 20 август 2025 тикшерелгән.
- ↑ Fristils SM 2015 Sundsvall, 03.-2015-07-04. www.liga-db.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025. Архивировано 13 июль 2021 года.
- ↑ Fristils SM 2016 Norrköping, 09.-2016-07-10. www.liga-db.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025. Архивировано 13 июль 2021 года.
- ↑ Метка: Швеция - WSPORT-SHATOY. wsport.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2025. Архивировано 22 ғинуар 2019 года.
Һылтанмалар
- Хамзата Чимаева профиле Ultimate Fighting Championship чемпионаттының рус телендәге рәсми сайтында
- Хамзат Чимаев. FightTime.
- Хамзат Чимаев. GidStats.
- Хамзат Чимаев (ингл.). Tapology.