Чиркина Елена Самсоновна
Биографияһы
Елена Самсоновна Чиркина Һамар өлкәһенең Исаклы ауылында 1916 йылда урыҫ крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.
1932 йыл башынан алып эшләй башлай, Сәмәрҡәнд ҡалаһында сәй фабрикаһына эшкә урынлаша. Аҙаҡ ошо уҡ ҡалала тегеү фабрикаһына күсә.
Елена Чиркина Бөйөк Ватан һуғышы башында мобилизация буйынса Амурҙағы Комсомольск ҡалаһының бетон заводында эшкә ебәрелә. 1943 йылдан алып Дзёмгинский икмәк комбинатында хеҙмәт итә. Сиратлап кочегар ҙа, йөк ташыусы ла, мейес оҫтаһы ла булып эшләргә тура килә. 1949 йылдан алып икмәк бешереүселәрҙең бригадиры була, етенсе биш йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1971 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән хеҙмәт алдынғыһына производствола юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.
Артабанғы йылдара Елена Самсоновна Чиркина Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында йәшәй, 1992 йылдың 5 мартында вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (26.04.1971)
- Ленин ордены (26.04.1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орден (21.07.1966).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Герои Социалистического Труда | МУК "Городская Централизованная Библиотека". www.kmslib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2020.
Әҙәбиәт
- Социалистик Хеҙмәт Геройы — Хабаровск кешеләре / Баранов в. п. — Хабаровск : Кн. изд-во, 1972. — 164 б.-166
Һылтанмалар
- Чиркина Елена Самсоновна. «Герои страны» сайты.