Шығай (Силәбе өлкәһе)

Шығай (рус. Шигаево) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Сосновка районындағы ауыл. Долгодеревенское ауыл биләмәһе составына инә.

Географияһы

Мейәс йылғаһының яр буйында, район үҙәге Долгодеревенское ауылы янында урынлашҡан.

Тарихы

Ауылға 1746 йылда нигеҙ һалынған тип фараз ителә. 3-сө Генераль ревизияның материалдарында (1763) телгә алына. 1760-сы йылдар аҙағында ауылда Иван Волков һәм Игнатий Максимовтың һыу тирмәне эшләй.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[2]2010[1]
809673

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда ауыл халҡының һаны 673 кеше тәшкил итә (325 ир-ат һәм 348 ҡатын-ҡыҙ).

Урамдары

Ауылдың урамдар селтәре 13 урамдан һәм 2 тыҡрыҡтан тора[3].

Билдәле шәхестәре

  • Әбделҡадир Инан (төп исеме — Фәтҡелҡадир Мостафа улы Сөләймәнов; 1889—1976) — шәрҡиәтсе, яҙыусы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Профессор (1936).

Тема буйынса өҫтәмә