Әлеш

Әлеш (рус. Алишева) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы ауыл. Әлеш ауыл биләмәһе составына инә.

Географик урынлашыуы

Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Әлеш (Түсем) — әйле башҡорттарының ауылы[3]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы составында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5-се башҡорт кантонының 3-сө йортона керә.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1916 1920[3]
106 163 268 348 301
  1. Н/Д[4]

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (98 %) йәшәй[5][6].

Билдәле шәхестәре

  • Абдрахманов Шамил Шәрифулла улы — Чечен һуғышында һәләк булған, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры.

Иҫкәрмәләр

  1. Алишева > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Алишева > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. 1 2 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 189-190, 219. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
  4. Алишева > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  5. База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
  6. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Тема буйынса өҫтәмә