Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы
Биографияһы
Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы 1892 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы) Күбәкәй (Бахарево) ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].
Батша армияһы составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.
1918 йылдың октябренән 1919 йылдың февраленә ҡәҙәр Башҡорт армияһы составында, артабан Ҡыҙыл Армияның башҡорт частары составында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша[2].
1920—1921 йылдарҙа Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы 1-се Башҡорт кавалерия полкының командиры булып хеҙмәт итә, Совет-поляк һуғышында ҡатнаша. Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1930-сы йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары вазифаһын башҡара[2].
1937 йылдың 7 сентябрендә ҡулға алына, 15 ноябрҙә милли-буржуаз ойошмала ҡатнашып ихтилал күтәреүгә йыйыныуҙа ғәйепләнә. 1937 йылдың 27 ноябрендә атыла. 1956 йылдың 21 майында аҡлана[1].
Бүләктәре
- РСФСР-ҙың Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1921)[3]
Публикациялары
- 1-й Башкирский кавалерийский полк на Польском фронте // Гражданская война в Башкирии : воспоминания участников / под ред. П. А. Кузнецова ; Испарт Башобкрма ВКП(б). Комис. по изуч. истории гражданской войны в Башкирии. — Уфа : Башкир. гос. изд-во, 1932. — 198 с.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Шарипов Рамазан Шарипович // Книга памяти Республики Башкортостан
- ↑ 1 2 Күскилдин Д. Ғ. // Ватандаш : журнал. — 1997. — № 5. — С. 124. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Ярмуллин А. Ш. Комбриг М. Л. Муртазин и боевой путь Отдельной Башкирской кавалерийской бригады (к 120-летию со дня рождения) // Проблемы востоковедения : журнал. — 2011.