Күбәкәй

Күбәкәй (рус. Бахарево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районындағы ауыл.

Тарихы

Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡортостан мөхтәриәтенең (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Ялан кантоны составына керә.

1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[1]
246

2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса татарҙар (85,8 %), башҡорттар (7,1 %), урыҫтар — (7,1 %) йәшәй.

Билдәле шәхестәре

  • Шәрипов Рамаҙан Шәрип улы (1892—1937) — хәрби эшмәкәр. 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры. РСФСР-ҙың Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921).

Иҫкәрмәләр