Белое Озеро (Ҡурған өлкәһе)
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Белоозеровка һәм Аҡкүл (мәғәнәләр)
Белое Озеро (рус. Белое Озеро) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Ялан ауыл советы составына керә.
Тарих
Революцияға ҡәҙәр ауылдың ерҙәре Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, ауыл ерҙәре Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл ерҙәре яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә. Ауылда урыҫ,молдаван, башҡорттар йәшәгән. Күрше Әптекәй тигән бороңго башҡорт ауылы бөтөрөлгәс, уның халҡы Белое Озеро ауылына күсә.Шунан бирле ауылда башҡорттар күпселекте тәшкил итәләр.
Халыҡ һаны
| 2010[1] |
|---|
| 380 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (88 %) йәшәй[2].
Инфраструктура
Ауылда мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, мәсете бар[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Яланский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.