Кесе Солтан

Кесе Солтан (рус. Малое Султаново) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Ҡамышлы ауыл советы составына керә.

Тарих

Революциянан һуң Кесе Солтан ауылы Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Кесе Солтан ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Кесе Солтан ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[1]
56

Иҫкәрмәләр