Субботино (Ҡурған өлкәһе)
Субботино (рус. Субботино) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Субботино ауыл советы составына керә.
Тарих
Революцияға тиклем Субботино ауылының ерҙәре Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була.
Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Субботино ауылы ерҙәре Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Субботино ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халыҡ һаны
| 2010[1] |
|---|
| 456 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (83 %) йәшәй[2].Ауылдың башҡортса атамаһы Һыулы. Ауыл 1950 йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан Шәфей ауылы ерҙәрендә урынлашҡан. .
Инфраструктура
Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто,мәсет, китапхана бар[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Субботинский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.