Һарт-Әбдрәш
Һарт-Әбдрәш (рус. Сарт-Абдрашево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Һарт-Әбдрәш ауыл советы составына керә.
Тарих
Тәүге тапҡыр 1772 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Һарт-Әбдрәш ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Һарт улусы составында була[2].
Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Һарт-Әбдрәш ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Һарт-Әбдрәш ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
|---|---|---|---|
| 108 | 283 | 255 | 324 |
| 2010[1] |
|---|
| 945 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (55 %) йәшәй[3].
Инфраструктура
Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ 1 2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Сарт-Абдрашевский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.