Оло Солтан
Оло Солтан (рус. Большое Султаново) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Ҡамышлы ауыл советы составына керә.
Тарих
Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Оло Солтан ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Һарт улусы составында була[2].
Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Оло Солтан ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Оло Солтан ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
|---|---|---|---|
| 299 | 761 | 1040 | 1528 |
| 2010[1] |
|---|
| 333 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (96 %) йәшәй[3].
Инфраструктура
Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто бар[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ 1 2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Камышинский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.