Һөлөклө

Һөлөклө (рус. Сулюклино) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Һөлөклө ауыл советы составына керә.

Тарих

Ауылдың исеме Һөлөклө күле атамаһынан килеп сыҡҡан. Революцияға тиклем Һөлөклө ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Һөлөклө ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Һөлөклө ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

1866 1900 1916
535 807 870
Халҡы иҫәбе
2010[1]
600

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса татарҙар (79,5 %), башҡорттар (20,5 %) йәшәй.

Инфраструктура

Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. Сулюклинский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.