Бугуй

Бугуй (рус. Бугуй) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Субботино ауыл советы составына керә.

Тарих

Революцияға тиклем Бугуй ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була.

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Бугуй ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Бугуй ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[1]
144

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (59 %) йәшәй[2].

Инфраструктура

Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто бар[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Субботинский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.