Сафакүл

Сафакүл (рус. Сафакулево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының һәм Сафакүл ауыл советының административ үҙәге.

География

Бер нисә күл — Ҡаҡсарлы, Ҡамышлы һәм Сафакүл буйҙарында урынлашҡан. Ауылдан СиләбеҠурған йүнәлешендәге Щучье тимер юл станцияһына тиклем алыҫлыҡ 32 км, ә Ҡурған өлкәһе үҙәгенә тиклем — 210 км тәшкил итә.

Тарих

1782 йылда нигеҙләнгән. Риүәйәттәр буйынса ауылдың атамаһы был ерҙәргә тәүге тапҡыр килеп урынлашыусы Сафа Йомағоловҡа бәйле — уның исеме менән Сафакүл күле аталған. Ыснында ауылдың атамаһы Сафакүл күле атамаһынан («саф» — таҙа, үтә күренмәле) барлыҡҡа килгән һәм ул «таҙа күл» тип аңлатылған.

Революцияға тиклем Баязит ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә, ә 1926 йылдан ошо райондың административ үҙәге була. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Сафакүл ауылы Ялан-Ҡатай районына керә һәм уның үҙәге була. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Сафакүл ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә һәм уның үҙәге булып китә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә. 1961 йылда Сафакүл районы бөтөрөлә, уның биләмәләре Щучье районы составына бирелә. 1963 йылда Сафакүл районы яңынан тергеҙелә.

Советтар Союзы осоронда Сафакүл ауылында Жданов исемендәге колхоз була.

Халыҡ һаны

1866 1900 1916
610 875 1233
Халҡы иҫәбе
19261989[2]2002[3]2010[1]
991455742863629

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса татарҙар (59 %), урыҫтар (23 %), башҡорттар (15 %) йәшәй.

Инфраструктура

Ауылда үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, урта мәктәп, балалар баҡсаһы бар[4].

Иҫкәрмәләр