Ҡалмаҡ-Әбдрәш

Ҡалмаҡ-Әбдрәш (рус. Калмык-Абдрашево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Ялан ауыл советы составына керә.

Тарих

Тәүге тапҡыр 1772 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡалмаҡ улусы составында була[2].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900
46 — 202 390
Халҡы иҫәбе
2010[1]
254

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[3].

Инфраструктура

Ауылда мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, мәсете бар[4].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. ↑ 1 2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. ↑ Яланский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.