Озерная (Ҡурған өлкәһе)
Озерная (рус. Озерная) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Ҡамышлы ауыл советы составына керә.
Тарих
Революцияға ҡәҙәр ауыл Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе составында була. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халыҡ һаны
| 2010[1] |
|---|
| 139 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (72 %) йәшәй[2].
Инфраструктура
Ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Камышинский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.