Баҡай (Ҡурған өлкәһе)

Баҡай (Баҡый[2]; рус. Бакаево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Надеждинка ауыл советы составына керә.

Тарих

Тәүге тапҡыр 1847 йылда телгә алына[3]. Революцияға тиклем Баҡай ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Барын-Табын улусы составында була[3].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Баҡай ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Баҡай ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900
— — 525 500
Халҡы иҫәбе
2010[1]
149

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (90 %) йәшәй[4].

Инфраструктура

Ауылда башланғыс белем биреү мәктәбе, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[5].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 345. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. ↑ 1 2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. ↑ Надеждинский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.