Баязит (Ҡурған өлкәһе)

Баязит (рус. Баязитово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Һарт-Әбдрәш ауыл советы составына керә.

Тарих

Тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Баязит ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Һалйот улусы составында була[2].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1924 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Баязит ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Баязит ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900
— 179 190 263
Халҡы иҫәбе
2010[1]
132

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (86 %) йәшәй[3].

Инфраструктура

Ауылда фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто бар[4].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. ↑ 1 2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. ↑ Сарт-Абдрашевский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.