Сөләймән (Ҡурған өлкәһе)
Сөләймән (рус. Сулейманово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Сөләймән ауыл советы составына керә.
Тарих
Революцияға тиклем Сөләймән ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусы составында була[2].
Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1922 йылда Урал өлкәһенең яңы ойошторолған Ялан районы составына бирелә. 1930 йылда Ялан районы бөтөрөлгәс, Сөләймән ауылы Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Сөләймән ауылы яңы ойошторолған Сафакүл районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халыҡ һаны
| 2010[1] |
|---|
| 525 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (75 %) йәшәй[3].
Инфраструктура
Ауылда урта мәктәп, китапхана, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушер пункты бар[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Сулеймановский сельский совет// Официальный сайт администрации Сафакулевского района.