Шәфиев Фәрит Хажиғәле улы

Шәфиев Фәрит Хажиғәле улы (рус. Шафеев Фарит Хазигалеевич; 28 май 1930 йыл, Башҡорт АССР-ының хәҙерге Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылы) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960—1985 йылдарҙа Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1985), Октябрь Революцияһы (1971) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976) ордены кавалеры.

Биографияһы

Фәрит Хажиғәле улы Шәфиев 1930 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ контоны[1] Яҡшембәт ауылында тыуған[2].

1953 йылда Ермолаевка зооветтехникумын тамамлай[3] һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Мәләүез районының Богородский ауылындағы ветеринария пункты мөдире булып башлай[2].

1957 йылдан эшен үҙ һөнәре буйынса Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозда дауам итә[2].

1960 йылда ошо хужалыҡтың рәйесе итеп һайлана[3] һәм был вазифала 1985 йылғаса эшләй. Был осорҙа колхоз игенселектә лә, малсылыҡта ла юғары уңыштарға өлгәшә:, мәҫәлән, иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 25,2 центнер тәшкил итә, ә 1985 йылда — 34,2 центнер була. Һәр һыйырҙан йыллыҡ уртаса һауым 1984 йылда 3773 килограмға етә. Ошо ҡаҙаныштары өсөн башҡа алдынғылар менән бер рәттән колхоз етәксеһе Ленин (1985), Октябрь Революцияһы (1971) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1976) орденына лайыҡ була, 1981 йылда уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[2].

1976 йылда ситтән тороп Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• Хеҙмәтсәндәр һәм халыҡ депутаттарының бер нисә саҡырылыш район һәм ауыл советтары депутаты[3];
• Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың партия комитеты секретары[3];
• XXXVII Башҡортостан өлкә партия конференцияһы делегаты (1984)[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Ленин ордены (1985)[2];
• Октябрь Революцияһы ордены (1971)[2];
• ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973, 1976)[2];
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981)[2];
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы[3];
• «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» юбилей миҙалы (1971)[3];
СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе миҙалдары[3].