Шәһит (исем)

Шәһит — башҡорт ир-ат исеме, төрки телле халыҡтарҙа ла осрай.

Этимологияһы

Шәһит исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе ҡорбан (хаҡ эш ҡорбаны) тигәнде аңлата[1]. Шәһит һүҙе Аллаһ юлында яуҙа динеңде, ватаныңды, иманыңды, ғаиләңде яҡлап ҡорбан булыусыларға ҡарата ҡулланыла[2].

Билдәле шәхестәр

Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (9 октябрь 1896 йыл — 21 декабрь 1924 йыл) — Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921).

Шәһит Әхмәҙиев — татар яҙыусыһы, журналист, күренекле йәмәғәт эшмәкәре.

Шәһит Заһретдинов (рус. Шахид Загретдинов) — мәшһүр СССР спортсыһы, велосипедсы, шоссе велоуҙыштары буйынса СССР чемпионы.

Тайыпов Шәһит Лотфулла улы (15 апрель 1937) — нефтсе, Татарстандың 1-се, 2-се, 3-се миллиард нефтен табыуҙа ҡатнашыусы, «Татнефть» ААЯ капиталь төҙөлөш идараһының етештереү тармағы башлығы (1988—1998), СССР нефть сәнғәте министрлығының (1982) һәм «Татнефть» йәмғиәтенең (1997) маҡтаулы нефтсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Топонимикала

Шәһит (йылға) (рус. Шаит) — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Күккәй йылғаһының уң ярына тамағынан 4,5 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.

Диндә

Шәһит (ғәр. شَهيد‎ šahīd, күплектә شُهَداء šuhadā' (шүһәдә); ғәр. شهادة‎ šahāda шәһәҙә һүҙенән барлыҡҡа килгән, ул башҡортса «шаһитлыҡ» һүҙенә тап килә). Исламда шәһитлек хөкөм эшендә шаһит булып ҡатнашыуҙы ла аңлата, Аллаһ юлында яуҙа динеңде, ватаныңды, иманыңды, ғаиләңде яҡлап ҡорбан булыусыларға ҡарата ла ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

  1. Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 99-сы б.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 654-се, 691-се биттәр.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ