Ыһыах

Ыһыа́х (рус. Ысыах,саха Ыhыах) — саха (яҡут) халҡының милли байрамы. Тәбиғәттең терелеүенә һәм үрге донъя (күк) тәңреләре хөрмәтенә үткәрелгән байрам, йәйге Ҡояш торошо осоронда уҙа. Асылда ул — саха халҡының Яңы йыл байрамы. Унда күп төрлө милли йолалар, шул иҫәптән күк тәңреләренә табыналар, бергәләп иртәнге ҡояшты ҡаршылайҙар, күмәкләп ҡымыҙ эсәләр, шулай уҡ «Осуохай» бейеүен бейейҙәр, милли уйындар ойошторалар, ат сабыштыралар, көслөләр һәм етеҙҙәр ярыштарын һәм башҡа бәйгеләрҙе үткәрәләр[1] .

Байрам итеү

Ыһыах — Саха Республикаһының иң оло байрамы. «Ыһыах» һүҙе «муллыҡ» тигән мәғәнәне аңлата, күк тәңреләре һәм улар йөҙөндә тәбиғәткә табыныу, халыҡтың иң изге теләктәрен еткереү йолаһы менән бәйле. Ғәҙәттә был байрам 21 июндә — йәйге ҡояш торошонда, йәғни көн менән төн тигеҙләнгәндә уҙғарыла.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ыһыах 22 июндә — йәйге ҡояш торошоноң икенсе көнөндә үткәрелгән. Һуғыштан һуңғы осорҙа байрам хәҙерге Хәтер һәм матәм көнөнә тура килмәһен өсөн уны 10 — 25 июнь арауығындағы ял көндәренең береһендә билдәләйҙәр. Был осраҡта улустар (беҙҙәге райондар) халҡы теләге иҫәпкә алына.

Этимология

«Ыһыах» атамаһы саха (яҡут) телендәге ыс һүҙенән барлыҡҡа килгән, ул «бөркөү», «һибеү» тигәнде аңлата. Саха халҡы илаһтарға рәхмәт белдереү билдәһе итеп ҡанһыҙ ҡорбан — һөт ризыҡтарын тәҡдим иткән һәм уларҙы һибеү йолаһын башҡарған.

Тарих

Тикшереүселәр билдәләнеүенсә, Урта Азия далалары ҡымыҙ байрамының тыуған төйәге булып тора. Саха халҡының төп милли байрамында башҡа төрки халыҡтарҙың йәйге байрамдары менән оҡшаш урындары бар. Малсылыҡ менән көн күргән күсмә халыҡтар йолаһына ярашлы, Ыһыах йылды ике өлөшкә бүлеүсе сик кенә түгел, бер үк ваҡытта иҫке менән яңыны, үткән менән киләсәкте айырып тора.

Байрам тураһында беренсе яҙма мәғлүмәтте һоланд сәйәхәтсеһе И. Плесс көндәлегендә осратырға була. Ул Ыһыах хаҡында тәҫораттарын XVII быуат аҙағында Себер аша Ҡытайға барған ваҡытта теркәгән. Сәйәхәтсе билдәләүенсә, байрамды оло тантана менән үткәргәндәр, усаҡтар яҡҡандар һәм уларҙы көнө буйы һүндермәгәндәр.

Тәбиғәттең уяныуына һәм йәй башланыуға арналған тантанала ата-бабаларҙы иҫкә алалар һәм боронғо йолаларҙы үтәйҙәр. Этнограф Екатерина Романова билдәләүенсә, был байрам ябай күңел асыу ғына түгел, ә оҙон ҡыштан һуң бөтә ырыу менән бергә осрашыу сараһы ла.

Осуохай

undefined

Осуохай — тормош ҡуласаһын белдергән әйлән-бәйлән бейеүе кешеләрҙең берҙәмлеген күрһәтә. Бейеүселәр ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡояш йөрөшө буйынса түңәрәктә әйләнә. Бейеү ваҡыт һәм мөхит әйләнәшен ҡабатлау, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ биреүе өсөн ҡояшҡа рәхмәт әйтеү йолаһын сағылдыра. Әйлән-бәйләнде алып барыусы тәбиғәтте ололауға арналған йыр башҡара. Осуохай әйләнеше таң атып, ҡояш сыҡҡансы дауам итә. Оло йыйынға килгән ҙур ырыу кешеләре, бер-береһен алмаштырып, әйлән-бәйләнде өсәр тәүлек бейер булған. Кем Осуохай бейеүендә әйләнә, шул кеше йыллыҡ илаһи көс туплай тип иҫәпләнә. Байрамдың төп ваҡиғаһы — утҡа, үләндәргә һәм ағастарға ҡымыҙ бөркөп, уларҙы ашатыу (туйындырыу) йолаһы. Был Йыһандың һәм кешенең тыуыуын кәүҙәләндерә.

Ысыах байрамының мәғәнәһе

Ысыах башта малсылар байрамы булған һәм ул һөт аҙыҡтары менән иттең муллығы осорона тура килгән, сөнки бесән әҙерләү эштәре башланғанға тиклем ял итеү мөмкинлеге тыуған. П. А. Ойунский Ысыахты йылҡысылыҡ һәм муллыҡ байрамы тип билдәләгән. Байрамдың килеп сығышы яҡуттарҙың Элләй тураһындағы мифы менән бәйле — ул сахаларҙың тәүбабаһы.

Байрам ырыуға ҡараған, дини байрам тип ҡаралған, байрам ваҡытында яҡуттарҙың юғары тәңреһе Юрюнг-Айыы-Тойонға һәм башҡа айыыларға хөрмәткә ҡанһыҙ ҡорбан салыуҙар үткәрелгән (В. Трощанский, Э. К. Пекарский, Н. А. Алексеев). А. И. Гоголев Ысыахты уңдырышлыҡ ҡотлау байрамы тип ҡараған, ул ҡояшты, күкте һәм ерҙе илаһлаштырыу элементтарын берләштерә[2]. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр И. А. Худяков, П. С. Софронеев һәм С. И. Николаев фекеренсә, Ысыахты Яңы йылды ҡаршы алыуға бағышланған байрам тип ҡарарға кәрәк[3].

Байрамдың традициялары һәм йолалары

Байрам үткәреү өсөн матур урындар һайлана, киң сабынлыҡ һәм махсус әҙерләнгән майҙансыҡ (тюсюлгә) — ике йәки унан күберәк бағаналарҙан тора, улар арҡыры ағас менән тоташтырылған. Тюсюлгә янында ҡымыҙ өсөн һауыттар ҡуйыла. Көнсығыш яғында бер йәки дүрт ат бәйләү бағаналары урынлаштырыла.

Байрамға ҡатнашыусылар традицион байрам кейемендә килергә тейеш, ҡатын-ҡыҙҙар көмөш биҙәүестәр тағырға.

Ысыахтың составлы өлөшө булып яҡуттарҙың осуохай түңәрәк бейеүе тора, ул тормош әйләнешен символлаштыра. Бейеүҙә етәксе (осуохайдьыт) була, уның бурысына тирә-яҡ донъяға арналған һәм барған ваҡиғаларҙы маҡтаған йырҙар башҡарыу инә. Был бейеү таңға тиклем туҡтауһыҙ дауам иткән, ҡайһы берҙә ҙур ырыуҙар өс көн-төн дауамында осуохай ойошторған.

undefined

2012 йылда яҡуттарҙың Ысыах милли байрамында бер үк ваҡытта осуохай башҡарған иң күп ҡатнашыусылар һаны буйынса Гиннестың рекорды ҡуйылған[4]. Рекордлы сара «Ысыах Туймаады» комплексы биләмәһендә үткәрелгән.

Ысыахты байрам итеү сиктәрендә традицион рәүештә яҡут халҡының рухи һәм физик мәҙәниәтен сағылдырған төрлө ярыштар һәм конкурстар үткәрелә. Улар араһында — олонхо сәсәндәре һәм тойук (яҡут йыр жанры) башҡарыусылар бәйгеһе, шулай уҡ милли спорт төрҙәре: хапсағай көрәше, мас-рестлинг, йәйәнән атыу, йүгереү, һикереү, таш күтәреү һәм ат сабыштары[5].

Байрам үткәреү урындары һәм үҙәктәре

Байрам Саха Республикаһы (Якутия)-ның бөтә тораҡ пункттарында махсус бүленгән майҙандарҙа, шулай уҡ Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында (Мәскәү, Санкт-Петербург һ. б.) һәм сит илдәрҙә (Монголия[6], Ҡаҙағстан, Төркиә, Сербия, Яңы Зеландия, Япония, Ҡытай[7]) үткәрелә, бында яҡут диаспораһы вәкилдәре йәшәй.

1990-сы йылдарҙа Саха Республикаһының баш Ысыағы урыны булып Ус Хатын ерлеге булды. 2005 йылдан алып РС(Я) Хөкүмәте ҡарарына ярашлы Ус Хатын республиканың айырым һаҡланыусы биләмәләр системаһына — Ытык Сирдәргә индерелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Сост. Н. А. Алексеев, Н. В. Емельянов, В. Т. Петров. Предания, легенды и мифы саха (якутов). — Новосибирск: Сибирская издательская фирма РАН, 1995. — ISBN 5-02-030901-X. (c. 382)
  2. Гоголев, 1986
  3. Романова, 1994
  4. 2012 йылғы Туймаада Ысыағы юбилейы Гиннестың яңы рекордын ҡуйҙы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2013. Архивировано 10 сентябрь 2018 года.
  5. Байрам тарихы. https://ysyakh.yakadm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.
  6. Монголияла яҡуттарҙың милли Ысыах байрамы үтте. https://yakutia.mk.ru (16 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.
  7. Төркиәлә, Яңы Зеландияла, Японияла һәм Ҡытайҙа Дуҫлыҡ Ысыағы (19 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.

Әҙәбиәт

  • Людям о людях. Лица Якутии. Республиканская газета, № 1, 23 июня 2007 г.

Һылтанмалар