Янина Ирина Юрьевна
Биографияһы
Ирина Юрьевна Янина Ҡаҙаҡ ССР-ы Талдыҡорған ҡалаһында тыуған. Медицина училищеһын тамамлап, туберкулёз диспансерында һәм бала табыу йортонда шәфҡәт туташы һәм санитарка булып эшләй.
1995 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәтен башлай һәм артабан оператив тәғәйенләнештәге бригаданың Дондағы Ҡалас ҡалаһындағы медицина ротаһының процедура кабинетында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Хеҙмәте ваҡытында ире менән айырыла, бәләкәй ҡыҙы вафат була.
Беренсе чечен һуғышы барышында ике тапҡыр хәрби хәрәкәттәр барған районға командировкала була.
Икенсе чечен һуғышы ваҡытында 1999 йылдың июленән Дағстанда була.
Үлеме
1999 йылдың 31 авгусында Карамахи ауылын таҙартыу ваҡытында Янина Ирина эвакуация төркөмө составында яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтә. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, 15 яралыға ярҙам итә. Өс тапҡыр бронетранспортёрҙа туранан-тура ут һыҙығына сыға, унан тағы федераль көстәрҙең 28 яралы һалдатын алып сыға.
Дүртенсе тапҡыр сығыуында боевиктар контрһөжүмгә күсә, һәм Ирина Янина, яралыларҙы тейәүҙе ойоштороп, автомат уты менән ошо операцияның хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Сигенгәндә БТР-ға ике граната эләгә, һөҙөмтәлә көслө янғын сыға. Ирина Янина яныусы машинанан яралыларға сығырға ярҙам итә. Уның арҡаһында капитан А. Л. Кривцов, рядовойҙар С. В. Гольнев һәм И. А. Лядов тере ҡала. Ирина үҙе яныусы машинанан сығып өлгөрмәй, көтмәгәндә хәрби комплект шартлай. Шартлау шул тиклем көслө була, унан һуң Иринан бер нәмә лә ҡалмай тиерлек. Уның улы ҡала.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
1999 йылдың 14 октябрендә Янина Иринаға үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә. Ул хәрби частың шәхси составы исемлегенә мәңгелеккә индерелә.
Ирина Янина Төньяҡ-Кавказ төбәгендә контртеррористик операцияларҙың хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан һәм Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған беренсе һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.
Хәтер
- 2012 йылда Рәсәй почтаһы «Рәсәй Федерацияһы Геройы» серияһында И. Ю. Янина фотоһүрәте менән почта маркаһы сығара.
Һылтанмалар
- Янина Ирина Юрьевна. «Герои страны» сайты.
- Ирина Янина на сайте www.biografija.ru
- Сержант Ирина Янина: «Повоюем и приеду домой…» 2004 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.