Яркий (Өфө)

Яркий — Өфө ҡалаһының көньяҡ-көнбайышында Кустаревка күле буйында[1] күп ҡатлы (ҡағиҙә булараҡ 9 ҡаттан бейегерәк) йорттарҙан төҙөлөп ятҡан биҫтә[2]. Ул (асылда айырым экоҡала) 1990 йылдарҙан алып халҡы һаны буйынса Өфөлә иң эре торлаҡ төҙөлөшө зонаһы булып тора.

Тасуирламаһы

«Яркий»ҙы хатта макробиҫтә тип атарға була, унда һәр квартал донъя баш ҡалаларының береһе хөрмәтенә аталған: һәр төҙөлөш Сидней, Нью-Йорк, Рио, Мадрид, Берлин, Париж кеүек ҡалаларҙың архитектура элементтарына тап килгән үҙенсәлекле ҡиәфәт ала. Бөтә йорттар ҙа заманса архитектура стилендә башҡарылған. Һәр квартал үҙенсәлекле, берҙәм концепция менән берләштерелгән, эске парк зонаһы бар[3].

Райондың сағыу күп ҡатлы йорттары Өфөгә Дим районы станцияһы яғынан ингән алыҫ араға йөрөүсе поездарҙан яҡшы күренә. 41 корпустан торған 15 кварталлы биҫтәне төҙөү 2011 йылда башланған һәм 2025 йылда тамамланасаҡ.

Яҡында сәнәғәт предприятиелары булмауы сәбәпле һауа саф, ә йәшеллек күҙҙе ҡыуандыра[4]. Эргәлә ике күл йәйрәп ята — Кустаревка һәм Оло Танағош.

Инфраструктураһы

Ял итеү өсөн үҙенең яр буйы барлыҡҡа килгән: пляж менән 16,5 мең квадрат метрҙағы майҙанда парк төҙөлгән. Ул визуаль яҡтан ике зонаға бүленә: урман һәм пляж зонаһы. Төҙөүселәрҙең саф, ҡул теймәгән тәбиғәт мөхитен һаҡлап ҡалған яр буйы урындағы халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әйләнә. Бында мангал зоналары, балыҡсылар өсөн ҡулай булған һыуға инеп торған өс пирс йыһазландырылған. Яр буйы һәм парк зонаһын уңайлы кафелары, 9 саҡрымға һуҙылған велосипед юлдары булған йәйәүлеләр урамы берләштерә. Асыҡ һауалағы кинотеатр ҙа буласаҡ.

Дөйөм алғанда, бында уңайлы тормош өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар: супермаркет, магазиндар, кафелар, матурлыҡ салондары, стоматология клиникалары, медицина үҙәктәре, фитнес-клубтар. Бөтә ихаталарҙа ла балалар һәм спорт майҙансыҡтарында хәүефһеҙ резина япма ҡулланыла, сифатлы бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған[5].

Биҫтәлә 25 мең самаһы кеше йәшәй. Киләсәктә, тулыһынса күсеп бөтһәләр, 4600 урынлыҡ мәктәптәр,1400 урынлыҡ мәктәпкәсә балалар учреждениелары, поликлиникаһы менән 28 мең кеше буласаҡ[6]. 2019 йылдың сентябрендә биҫтәлә башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә уҡытылған Өфөлә беренсе 162-се полилингваль мәктәп асыла[7]. 8-17 йәшлек балалар өсөн IT-клуб, Күршеләр үҙәге бар.

Географик урынлашыуы

Биҫтәнең көнбайыш өлөшөндә Дим районы урынлашҡан. Көнсығыштан һәм көньяҡтан урман уратып алған[8]. Тирә-яҡ урмандың дөйөм майҙаны 1,5 гектарҙан ашыу тәшкил итә, биләмә экологик таҙа тип иҫәпләнә[9]. Торлаҡ комплексынан 1,3 км алыҫлыҡта Дим шоссеһы үтә, уның аша 20 минут эсендә ҡала үҙәгенә, тимер юл вокзалына барып етергә мөмкин. 6 км алыҫлыҡта Ырымбур трактына сығыу урыны бар, уның буйлап 25 минут эсендә «Өфө» халыҡ-ара аэропортына барып етергә мөмкин.

Экоҡаланың үҙенең «„Яркий“ биҫтәһе» тигән йәмәғәт транспорты туҡталышы бар. Бында үҙәккә һәм күрше райондарға автобустар һәм маршруткалар йөрөй. Өфө ҡалаһы үҙәгенә тиклем ни бары 8 саҡрым[10].

Иҫкәрмәләр

  1. Кустаревское озеро в Микрорайоне «Яркий». Места отдыха уфимцев/ прогулки по Уфе. dzen.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  2. В Уфе на озере Кустаревское появится своя набережная по европейским стандартам. ufa.kp.ru (26 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  3. Валерия Молчанова. Все краски мира! ufaprojects.kommersant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  4. Безопасно, продуманно, экологично. Рассказываем, за что ценят экогород «Яркий» его жители. dzen.ru (1 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  5. Роман Якимчук. Город в городе. Шесть наивных вопросов о жизни в микрорайоне Уфы «Яркий». ufa.aif.ru (4 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  6. Сегодня говорим о микрорайоне «Яркий» на языке цифр (28 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  7. Пресс-служба Главы РБ. В Уфе открылась полилингвальная школа № 162 «Смарт» в микрорайоне «Яркий». bashkortostan.ru (2 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  8. Расположение микрорайона Яркий. yandex.com.tr. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  9. Экогород «Яркий» в Уфе. Что в нем особенного? dzen.ru (20 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.
  10. Экогород «Яркий». realty.yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 октябрь 2025.