Яруллин Хәйбулла Ярулла улы
Яруллин Хәйбулла Ярулла улы (1908 йыл — 6 июль, 1942 йыл) — өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[3].
Биографияһы
Яруллин Хәйбулла Ярулла улы 1908 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Ахун ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында ҡатнаша. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә сыҡҡан электрон белешмә мәғлүмәттәре буйынса 313-сө кавалерия полкының взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[3]. «Хәтер» китабының 17-се томында 112-се кавдивизияның 813-сө кавалерия полкында хеҙмәт итеүе тураһында яҙылған[4] . 1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһенең (хәҙерге Липецк өлкәһе) Тербуны районында хәбәрһеҙ юғала[3]. «Хәтер» китабы мәғлүмәттәре буйынса, шул көндө вафат була[4].
Ғаиләһе
Ҡатыны — Яруллина Мөхтифә. Ахун ауылында йәшәгән[3].