Тарихы
1909 йылда халыҡ музыкаһын өйрәнеүсе, фольклорсы А. Л. Маслов нәшер иткән «Мәскәүҙәге Дашков этнография музейында һаҡланыусы музыкаль инструменттарҙың иллюстрациялы һүрәтләнеше» тигән китапта музыка ҡоралының һүрәтле тасуирламаһы бирелгән:
Ятаған — Ырымбур ҡырғыҙҙары ҡулланған музыкаль инструмент, корпусының киҫелеше оҙон квадраттан торған, бер яҡҡа бөгөлгән еңелсә тупаҡ мөйөшлө инструмент. Ике ҡабырға декаһы бөтөн, ҡалған икәүһенең һәр ҡайһыһы үҙҙәре ике өлөштән тора, улар бер-береһенә ҡарата 9:25 нисбәтендә урынлашҡан. Аҫҡы декала 25 тауыш сығарғыс эшләп ҡуйылған, улар биш йондоҙ рәүешендә урын алған. Саҡ ҡына ҡабарып торған өҫкө деканың бөгөлгән еренә ҡылдарҙы бәйләү өсөн ете ағас сөй нығытылған плапка беркетелгән, был сөйҙәр икенсе осҡа баҡыр дүңгәләктәр ярҙамында нығытылып ҡуйылған. Еҙ ҡылдарҙың һәр ҡайһыһы дүңгәләктәрҙең эргәһендә махсус аҫлыҡ менән терәтеп ҡуйыла. Аҫҡы деканың остарынан әллә ни ҙур булмаған кәкерсәктәр сығып тора, улар биҙәүес ролен генә түгел, бер үк ваҡытта, инструментты ҡуйыу өсөн таяу ҙа булып тора. Ятаған тышҡы яғы менән япондарҙың бик ҙур котоһын хәтерләтә. Ятағандың декаһы һары төҫкә буялған, ағас сөй кеүек ҡара төҫкә буялған ваҡ деталдәренән башҡаһы ҡыҙыл төҫтә.Ятағандың ҡоролошо билдәһеҙ. Үлсәме түбәндәгесә: ҙур булмаған оҙонлоғо 102 см, ҙур булмаған яҫылығы 14 см, бейеклеге лә сама менән шул саҡлы, әммә резонаторҙың ҡалынлығы ике тапҡырға тиерлек кәмерәк.[2]
Башҡорт эпостарын, ҡобайырҙарын, һәр төрлө таҡмаҡтарҙы башҡарғанда оҙатыусы музыкаль инструмент булған. XX быуатта ятағанда уйнау традициялары юҡҡа сыҡҡан.
Ятағанға оҡшаш музыка ҡоралдары Боронғо Ҡытайҙа, Японияла, Кореяла, шулай уҡ төрки халыҡтарында ла булған. Мәҫәлән, татарҙарҙа — ятаған/елтага, ҡаҙаҡтарҙа — жетыген, ҡалмыҡтарҙа — ятха (ятка), монголдарҙа — ятага, хакастарҙа — чатха[1].
Һүрәтләнеше
Формаһы буйынса һалып ҡуйылған оҙонса арфаны хәтерләтә. Ятағандың иң боронғолары ағастан (күбеһенсә ҡарағайҙан) соҡоп эшләнгән йәшниккә оҡшаған була. Шуның өҫтөнән тынлы ҡылдар тарттырыла, тағы ла һарыҡтың бәкәл һөйәгенән эшләнгән күсереп йөрөтмәле сөйҙәр (таяуҙар) ҡуйыла, улар һәр ҡылды икегә айырып тора. Шулай итеп, һәр ҡыл ике нотаны белдерә, ә таяуҙарҙы күсереү һөҙөмтәһендә, был музыка ҡоралы бөтөнләйе менән төрлө характерҙа булған көйҙө башҡарыу өсөн тәғәйенләнә. Традицион рәүештә, ятағанда ултырып уйнайҙар, был саҡта ятағандың бер осон тубыҡҡа һалалар, икенсеһен — иҙәнгә, аяҡтарҙы бөкләйҙәр. Шулай уҡ профессиональ башҡарыу өсөн инструментты таяуҙарға ла ҡуйырға мөмкин[1].
Заманса ҡулланылышы
Башҡортостан Республикаһында был музыка ҡоралы тәүгеләрҙән булып традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы профессоры, проект етәксеһе Айрат Миңләхмәт улы Ҡобағошов тарафынан тергеҙелә.
2009 йылдан музыка ҡоралдары эшләүсе оҫталар Ғәлимова Гөлнур Рәшит ҡыҙы һәм Баймөхәмәтов Салауат Усман улы тарафынан тергеҙеү эше ентекле алып барыла[1].
Заманса ятаған ағас корпуслы, сығып торған декаһы булған ялпаҡ ҡумта рәүешендә эшләнелә. Аҫҡы декала резонатор тишектәре, йыш ҡына, таяуҙар урынлашҡан. Ятағандың оҙонлоғо сама менән 1200 мм. Инструмент 7 һәм унан да күберәк тынлы тимер ҡылдарҙан тора. Күпселектә, уң ҡул менән уйнала. Һул ҡул менән вибрато, тарттырғыстар, глиссанд алымдары башҡарыла.
Оҙаҡ ваҡыт төрлө сәбәптәр арҡаһында онотолоп барған музыка ҡоралын беренсе тапҡыр 2013 йылда оҫта һәм йыраусы Илдар Шакиров ҡуллана. Был музыка ҡоралы артабан бер нисә тапҡыр камиллаштырыла һәм профессиональ сәхнәлә йыш яңғырай.
2014 йылда Башҡортостанда ошо музыка ҡоралы исеме менән тап килгән фольклор-этнотөркөм төҙөлә, ул үҙенең сығыштарында ятаған аранжировкаһын киң ҡуллана башлай. «Йатаған» төркөмө төрлө көйләүгә ҡоролған 9 һәм 13 ҡыллы 2 киң диапозонлы инструменттар ҡуллана[1].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Ахметжанова Н. В. Башкирская инструментальная музыка. Наследие. — Уфа, 1996. — 105 с.
- Кубагушев А. М. Традиционные башкирские народные инструменты. — Уфа, 1997.
- Маслов А. Л. «Иллюстрированное описание музыкальных инструментов, хранящихся в Дашковском этнографическом музее в Москве» (1909).
Һылтанмалар
- Владимир Денисов. Ятаган. muzinstru.ru сайт про музыкальные инструменты и мызыкальное оборудование (12 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2025.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |